“Хәҙер кеше уҡымай” тип әйтһәләр ҙә, ауыл китапханаһынан кеше өҙөлмәй, ә китапханасының мәшәҡәттәренең осона сығырлыҡ түгел – китабын да бирә, төрлө саралар ҙа ойоштора, түңәрәктәр ҙә алып бара, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла ҡатнаша...
Учалы районының Илсе ауылы китапханаһында булып, ошо бихисап мәшәҡәттәргә күмелеп, бар йөрәк йылыһын кешелә китапҡа һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлткән Роза Урумбай ҡыҙы Ульданова менән таныштыҡ.
– Илсе ауылында китапхана 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Ул “Октябрь” колхозында булған. Әлеге ваҡыттта беҙҙә 10 мең самаһы китап бар. Иҫкергән әҙәбиәтте ҡулланыуҙан алдыҡ. Классик, хәҙерге заман әҙәбиәте ҡалды. Яңы авторҙарҙың әҫәрҙәре менән дә фонд тулыландырыла. Бер ауылды хеҙмәтләндерәм. Унда 1854 кеше йәшәһә, уларҙың 850-һе йә уҡыусы, йә китапханала ойошторолған сараларҙа ҡатнашыусы. Балалар күп йөрөй, тематик саралар үткәрәбеҙ, – тине китапханасы.
Роза Урумбай ҡыҙы эшенә ижади ҡарауы менән дә һоҡландырҙы. Беҙ барғанда “Баллы төйәк – баллы ожмах” мөйөшөн эшләү теләге менән янып йөрөй ине. Ул коллекцияны 2018 йылдан йыя башлаған. Барған һәр урындан бал алып ҡайта, шуға ла бында төрлө йылдарҙа йыйылған һәм төрлө сорттағы балды осратырға мөмкин. Бал буйынса бренд саралары ойошторола.
Роза Ульданова Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән. Силәбе педагогия институтын тамамлаған, шулай уҡ китапханасы, умартасы һәм башҡа һөнәрҙәргә уҡыған.
Ул – ике бала әсәһе. 15 йәшлек ҡыҙы иһә үҙ янында, ә улы “Дим Димыч” 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация ваҡытында махсус хәрби операцияға киткән.
Яугир әсәһе Роза Урумбай ҡыҙы ауылда махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Китапханала “Һалдатҡа хат” акцияһын ойошторалар. Посылкаларҙы ялға ҡайтҡан яугирҙәр аша ебәрәләр.
– Беҙҙә ватсапта “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” төркөмө бар. Унда яугирҙәрҙең әсәйҙәре тора. Улар йыйылып, яугирҙәргә ярҙам итеү мәсьәләһе тураһында һөйләшә, маскировка селтәрҙәрен үрә. Еңеү хаҡына тырышабыҙ, – тип һөйләне Роза Урумбай ҡыҙы.
Ысынлап та, бында үҙ һөнәрен, ауылдаштарын, балаларҙы, китапты яратҡан китапханасы эшләй. Ул ихласлығы, алсаҡлығы менән китап донъяһын яҡтыртып тора.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.