Яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов Севастополь дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова хәбәр итте. “Яңы ижади мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бар күңелемдән уңыштар һәм илһам теләйем”, – тип яҙҙы ведомство башлығы үҙенең телеграм-каналында.
– Театр төҙөлә башлағас, матур афиша булдырыу өсөн административ һәм ижади коллективтар ойошторасаҡмын, бинаны асҡанда балет һәм опера труппалары әҙер буласаҡ. Беҙҙең оркестр һәм был сәхнәлә сығыш яһаясаҡ йәш егеттәребеҙ хәҙер Большой Һәм Мариин театрҙарында, ғөмүмән, Рәсәйҙә эшләгәндәр кеүек үк йондоҙҙар булыр, тип ышанам, — тип белдерҙе Илдар Абдразаҡов.
Илдар Әмир улы Абдразаҡов - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең Большой театры һәм Мариин театры солисы, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә күп һанлы Рәсәй һәм халыҡ-ара премиялар лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт Буйынса Совет ағзаһы.
Фото сығанағы: vk.com/minkultury_rf.