Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Декабрь 2024, 11:00

Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы ла Ҡоролтайға килгән

Алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Һамар өлкәһенән өс делегат килгән. Араларынан Хөсниә Челкунец – билдәле башҡорт яҙыусыһы, “Ырғыҙ” романы авторы Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Оло Чернигов районының Хәсән ауылы хәҙер картала юҡ.

Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы ла Ҡоролтайға килгәнҺәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы ла Ҡоролтайға килгән
Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы ла Ҡоролтайға килгән

– Новокуйбышевск ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында методист булып эшләйем, балаларҙы төрлө һөнәргә өйрәтәм. Үҙем дә башҡорт милли кейемдәрен һәм биҙәүестәрен эшләргә тырышам. Ҡалабыҙҙа башҡорттарҙы беләләр, мәҙәни сараларҙа рус ҡыҙҙары ла беҙҙең милли костюмдарҙа ҙур теләк менән сығыш яһай, – тине Хөсниә Нурулла ҡыҙы.

Делегат пленар ултырышҡа бәйле фереҙәре менән уртаҡлашты.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала Милли бейеү көнөн булдырыу тураһындағы тәҡдимен барлыҡ делегаттар алҡышлап ҡабул иттек, – тине милләттәшебеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас