Күп йылдар элек, дауаханала реабилитация бүлегендә ятҡан ҡәрҙәшем эргәһенә хәл белергә килеп йөрөгәндә, палаталағы бер пар иғтибарымды йәлеп итә ине. Урта йәштәрҙәге, мыҡты кәүҙәле, саллана башлаған ҡуйы сәсле ағай менән уның ҡатыны – шул уҡ йәштәрҙәге, нескә кәүҙәле, тулҡынланып торған ҡуңыр сәстәрен матур итеп өйөп ҡуйған һөйкөмлө апай.
Бик ауыр хәлгә тарығандар ята ине был бүлектә: умыртҡа һөйәге ауыр ҡазаланып, атлау мөмкинлегенән мәхрүм ҡалғандар... Баяғы ағай ҙа ҡатыны ярҙамынан тыш хатта боролоп та ята алмай. Апай иһә шул ҡураныс ҡына кәүҙәһе менән ирен һис ауырһынмай әйләндереп һала, уның күңелен күтәрергә тырышыптырмы, ипле генә тауыш менән ниҙер һөйләй. Уның бер ҡасан да йөҙ һытып ултырғанын күрергә тура килмәне. Ирен шул тиклем йылы итеп хәстәрләгәнен күреү иһә уға ҡарата һоҡланыу, ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуҙырҙы.
Ағай ҡайһы саҡта ҡатынының ҡулын тота ла оҙаҡ итеп уға текләп ята, шым ғына ниҙер әйтә. Апай йылмая, иренең ҡулдарынан йомшаҡ ҡына итеп һыйпап ултыра. Ағайҙың бына ошо ҡарашында ниндәйҙер ғиллә бар ине: рәхмәт тойғоһомо, йәлләүме, ниндәйҙер үкенесме... Һәр хәлдә, был икәү араһында ситтәр аңлай алмаҫлыҡ серме, хикмәтме ята ине.
Ҙур бәләгә ҡалған иренә ҡатынының ошондай йылы, хәстәрлекле мөнәсәбәте, тегеһенең дә үҙен лайыҡлы тотоуы, ҡайһы бер кеше кеүек, туҡтауһыҙ мыжымай, сәбәләнмәй үҙ хәлен ҡабул итеп йәшәргә тырышып ятыуы, ҡатынына рәхмәтле булыуы күңелдә һоҡланыу тыуҙырҙы. Был икәү тураһында яҡынданыраҡ белергә теләү хисе барлыҡҡа килде. Һәм бер саҡ әңгәмәләшеү форсаты сыҡты.
Бер килгәнемдә апай яҡындағы кибеткә барып, кәрәк-яраҡ алып килергә йыйына ине. Мин дә ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Апай менән һөйләшә-таныша, бергәләп дауахананан сыҡтыҡ.
– Эй һеҙгә ҡарап һоҡланам, апай. Ағайҙы шул тиклем матур итеп ҡарайһығыҙ, бер ҙә зарланмайһығыҙ үҙегеҙ ҙә, ул да, – тип хөрмәт бедерҙем. Һөйләшеп киттек.
Гөлнур апай, – мөләйем ханымдың исеме шулай булып сыҡты, – тыйнаҡ ҡына йылмайҙы:
– Ҡайҙа бараһың инде, һеңлем. Үҙе һорап алған ҡаза түгел. Тормош ауырлыҡтарын бергәләп күтәрә белергә кәрәк, – тине. – Әле шулай. Ә беҙҙең тарих бит, э-э-эй, һөйләй китһәң...
Апай туҡталды, күҙҙәре һағышланды, ул бер арауыҡ өндәшмәй торҙо, ауыр һуланы.
– Ашыҡмайһыңмы, һеңлем?..
“Юҡ” тигәнде белдереп баш сайҡайым. Ашыҡҡан хәлдә лә, ниндәйҙер ауыр күңел халәтенә тарыған кешене “Ярай, ҡайтыр кәрәк шул, һау булығыҙ” тип ҡалдырып китеп булмаҫы көн кеүек асыҡ.
– Күңелгә йыйылғанды һөйләр кәрәк, юғиһә, юшҡын булып ултыра, тиҙәр,– тип көлгән булды Гөлнур апай. – Журналист кеше, һин былай ҙа төрлө тарихтарҙы күп ишетәһеңдер инде, – тип ҡуйҙы.
Ихаталағы эскәмйәгә ҡунаҡланыҡ.
– Илнур менән (“Исемдәре бер-береһенә оҡшаған бит әле!” – тип ғәжәпләнергә өлгәрәм эстән) йәп-йәш саҡтан танышбыҙ, – тип башланы апай. – Ул беҙҙән ярайһы ғына алыҫ ауылдыҡы ине. Унда мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына булғас, Илнур туғыҙынсы класҡа беҙҙең мәктәпкә уҡырға килде. Өләсәһе менән олатаһында ятып уҡыны, ялдарға әсәләренә ҡайтып китә ине. Оҙон буйлы, ҡабарып торған сәсле Илнурға ғашиҡ булдым бит. Ул да миңә иғтибар итте. Егет менән ҡыҙ булып йөрөмәһәк тә, мәктәптән бергә ҡайтырға сығып, бергә килеп тигәндәй йөрөнөк. Класташтар ҙа беҙгә ҡарап шаярышып алыр ине, йәнәһе, ана, егет менән ҡыҙ килә, тип.
Мәктәптә уҡығанда киске уйындарға йөрөү тигәнде мин белмәнем, сөнки башың йәш, уйынға йөрөргә өлгөрөрһөң, тип атайым да, әсәйем дә сығармай инеләр. Минең быға артыҡ иҫем китмәне: тырышып уҡырға, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары белем ала башларға тейешмен – шул маҡсат ине алдымда.
Илнур ни, егет кеше, уйынға сыға, әлбиттә. Уның әле был, әле теге ҡыҙҙы оҙатҡан, имеш, тигәне ҡолаҡҡа салынһа, ғәләмәт ҡайғыра инем, әммә һыр биреү юҡ инде, уның менән бер ни белдермәй көләм, һөйләшәм, аралашам. Шулай итеп мәктәпте лә тамамланыҡ.
Сығарылыш кисенән һуң таң ҡаршылағанда, йөрәгем дөпөлдәп ниҙер көттөм. Илнур миңә хистәрен белдерер кеүек ине. Әммә юҡ, ул барыһы менән дә көлә-аралаша, шул ыңғайҙан минең менән дә шаярып ала. “Яратмай икән дә мине Илнур! Иҫәр, үҙемә-үҙем фантазия ҡороп алғанмын да шуға ышанып йөрөйөм! Беҙ бары дуҫтар ғына бит!” – тигән асыш яһаным да, ситкә китеп бер аҙ балауыҙ һығып алғас, тынысланып ҡалғандай булдым.
Өфөгә килеп, институтҡа уҡырға индем. Илнур ҙа баш ҡаланы һайланы. Ул, класташым булараҡ, ҡайһы саҡта хәл белергә килә. Бүлмәләш ҡыҙҙарым менән бергәләп ултырып һөйләшә-көлөшә сәй эсәбеҙ, унан Илнур үҙенә ҡайтып китә.
Бүлмәләш ҡыҙҙарыма ла ныҡ оҡшай ине ул. Ғашиҡ та булды бер-икеһе. Әммә улар:
– Гөлнур, ниңә килә тип уйлайһың был сибәр егет, ә? Сәй эсер өсөнмө ни? Ярата ул һине! – ти. Мин баш тартам, үҙебеҙҙең бары класташтар булғаныбыҙҙы тәҡрарлайым.
Ә берҙән-бер көн Илнур килде лә:
– Гөлнур, әйҙә Салауат һәйкәленә барып киләйек?– тип тәҡдим итте. Битем гөлт итеп ҡалды, йөрәгем туланы.
Сығып киттек. Һәйкәл эргәһенә баҫып, Ағиҙел өҫтөн күҙәттек. Илнур шунда ҡулымдан тотто ла ҡапыл:
– Гөлнур, яратам мин һине! – тине. Күптән көткән танһыҡ һүҙҙәрҙән башым әйләнде, йөрәгем алҡымыма тығылды. Иң бәхетле көнөм булып иҫтә ҡалды был мәл!..
Хәтирәләргә бирелгән апайҙың йөҙө балҡый, үҙе йылмая. Иҫ киткес нур бөркөлә һымаҡ унан. Уның менән ҡуша йылмайып, бәхетенә ҡуша шатланып, хикәйәттең дауамын көтәм.
– Ошо көндән һуң пар булып йөрөй башланыҡ. Киләсәккә яҡты хыялдар йөрөттөк, маҡсаттар ҡуйҙыҡ, тырышып уҡыныҡ. Институтты тамамлап, диплом алғас, гөрләтеп туй ҙа яһаныҡ.
Ул саҡтағы бәхетем! Беҙ, тыуған яҡтарға, атай-әсәйгә, туғандарға яҡыныраҡ булыр өсөн, эргәләге ҡаланы һайланыҡ. Шунда яйлап үҙ донъябыҙҙы ҡорҙоҡ. Дәртләнеп эшләп, йәшәп алып киттек.
Илнур яҡшы ир ине, ҡулы ла оҫта, башы ла шәп эшләй. Бер-бер артлы ике балабыҙ тыуҙы. Ул ең һыҙғанып эшләне, беҙ мохтажлыҡ кисермәһен өсөн тырышты.
Шулай бәхеткә ҡоролған көндәр, айҙар, йылдар аҡты. Балалар ҙа үҫте, үҙебеҙ ҙә олпатлана башланыҡ. Өйөбөҙҙәге бәхет, һиллек бер ҡасан да бөтмәҫ, гел ошолай татыу, мөхәббәтле йәшәр кеүек инек тә бит. Тормош уйламаған ерҙән килтереп бәрә шул...
Бер саҡ Илнурымдың уйсанланғанын, аҙ һүҙле булып киткәнен тойҙом. Балалар үҫте, үҙебеҙ яйлап өлкәнәйәбеҙ, бәлки, шуға ла борсолалыр, тип үҙемсә аңлатырға тырышҡан булам, һорауҙар биреп йөҙәтмәйем.
Баш бала – улыбыҙ юғары уҡыу йортон тамамлап, диплом алған йәйҙә иһә мине лә, балаларҙы ла, туғандарҙы ла шаңҡытҡан хәл булды – Илнур беҙҙе ташлап сығып китте.
Уның был һүҙҙәре тыңлап ултырған миңә лә аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Бер-береһенә ныҡ итәғәтле булған ир менән ҡатындың араһында шундай хәл булғандыр, тигән уйҙы башҡа ла килтереү мөмкин түгел ине.
Әңгәмәсемә лә был турала иҫләү ауыр икәне һиҙелде.
– Шула-ай... – тип һуҙҙы ул, көрһөнөп. Тиҫтә йылдар бергә йәшәп тә, кешене белеп бөтөрмәүең ихтимал... – Баҡтиһәң, уларҙың ойошмаһына иренән айырылған бер ҡатын эшкә урынлашҡан. Илнурға күҙ һалған. Ирем башта бирешмәҫкә тырышҡан, әммә тора-бара йәш ҡатындың иғтибары әүрәткән. Быныһын аҙаҡ ишеттем.
Хыянатты нисек ауыр кисергәнемде үҙем генә беләм. Һаулығым ҡаҡшап, дауаханала ла ятып сығырға тура килде. Шунда йәшләй һөйгән ирем исмаһам бер тапҡыр хәлемде белешеп тә шылтыратманы, килеүҙе әйтеп тә тормайым инде.
Балалар аталарына ныҡ үпкәләһә лә, үҙемдең йөрәк янһа ла, ирем хаҡында бер ауыҙ насар һүҙ әйтмәнем. “Ул һеҙҙән түгел, минән китте. Беҙҙең тормош юлдары айырылһа ла, атайығыҙ һеҙҙең өсөн иң яҡын кешеләрҙең береһе булып ҡалһын”, – тинем.
Шул китеүенән бер нисә йыл уны күрмәнек тә, ишетмәнек тә. Улыбыҙ өйләнгәндә туйға килеп ҡотлап ҡына китте, минән ҡарашын йәшереп, тиҙ генә китергә ашыҡты. Уның менән нимәлер асыҡлап маташыу уйымда ла юҡ ине, әлбиттә. Яҙмышым менән күптән килешкәйнем инде.
Илнурым ташлаһа ла, туғандары ситкә типмәне. Ярҙам кәрәккәндә булышып, байрамдарына ла саҡырып торҙолар. Унда яңы ҡатыны менән Илнур килмәҫен белһәм генә барҙым.
Берҙән-бер көн бик бошонҡо ҡиәфәттә улым килеп керҙе. “Әсәй, етди һүҙем бар һиңә”, – ти. Сетерекле хәл килеп сыҡҡаны билдәле ине.
Баҡһаң, атаһы эштә бейеклектән ҡолап төшөп, ныҡ ҡазаланған, ауыр операция үткәреп, Өфөлә дауаханала ята икән. “Әсәй, барып килерһең бәлки, ә?!” – ти балам мөлдөрөп ҡарап, минең дә күҙҙә йәш.
Барҙым, күрҙем. “Әле Зилә (яңы ҡатыны инде) торған һайын һирәгерәк килә, ә һине инде күрермен, тип хыялланмай ҙа инем, – тине ҡасандыр иң яҡын булған кешем, тауышы ҡалтырап. – Ғәфү ит мине, Гөлнур. Бар ялғандан азат булған арабыҙға тап төшөргән, хыянат иткән өсөн... Был хәлгә ҡалғансы уҡ, яныңа килеп, кисереүеңде ялынырға иттем, тик ҡыйманым. Ғорур икәнеңде, ғәфү итмәҫеңде белгәнгә. Әле лә мине йәлләп кенә килгәнһеңдер, үтә мәрхәмәтле бит һин...”
“Ғәфү иттем күптән, кенә тотмайым. Яйлап онотола инде шулай, – тигән булдым, һис онотолмаһа, һаман да ҡайһы бер төндә мендәргә ҡапланып илаһам да. – Бирешмә, әле улай уҡ өлкән түгелһең, аяҡҡа баҫып китерһең. Бәхетле бул!” – тинем дә сығырға ҡабаландым. Илнурҙың усы менән йөҙөн ҡаплағанын, яурынының һелкенеп ҡуйғанын шәйләнем. Ашығыуымдың сәбәбе – үҙем дә эргәһендә ултырған килеш бүре кеүек олор хәлгә еткәйнем...
Ә бер аҙҙан Зиләнең Илнурҙы ташлағаны мәғлүм булды. Йәш әле, инвалид булып ҡалырға мөмкин ир менән йәшәгеһе килмәгәндер, күрәһең.
“Әсәй, аңлайым, һиңә ауыр. Тик һин бит шундай изгелекле. Әйҙә, атайҙы ташламайыҡ, ә?” – тине бер көн улым. Ҡыҙым да уға ҡушылды. Ҡаршы булманым. Йәшләй һөйгән, ике балаға әсә булыу бәхетен бүләк иткән, ауыр һүҙ әйтмәгән, хәстәрләп, ҡурсалап йәшәгән кешем ине бит, ни тиһәң дә. Кем генә яңылышмай, уйлап ҡараһаң.
Ана шулай ҡайтты ирем яңынан. “Аҡтыҡ ғүмерем һинең янда булып, тауышыңды тыңлап үтһә, был донъяла үкенесем ҡалмаҫ”, – тине ул балаларыбыҙ янында, өсәүләшеп күрергә барғас. Хәҙер бына бергәләп аяҡҡа баҫырға, яраларҙы бөтәштерергә тырышып ятҡан башыбыҙ. Табиптар әйткәнде теүәл генә үтәп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһәк, аяҡҡа баҫып китеренә өмөт ҙур! – тине Гөлнур апай, йылмая биреп. – Доктор: “Һеҙ килгәне бирле уның йөҙөнә нур ҡунды, йәшәү көсө лә арта барғаны тойола!” – тип ҡыуандыра, – шулай тип тамамланы әңгәмәсем хикәйәтен.
Уның шулай “бергәләп”, “күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһәк” тип үҙен дә ҡушып һөйләүе һоҡландырҙы, ғәжәп итте. “Ошондай оло йөрәкле кешеләр матурлай был донъяны. Ер йөҙөндә Гөлнур апай ише мәрхәмәтлеләр барыбер күберәк, шуға барыһы ла яҡшы булыр!” – тигән уйҙар менән һаубуллаштым.
Икенсе килгәнемдә геройҙарым дауахананан ҡайтып киткәйне инде. Күршеләре, Илнурға табиптар бик яҡшы прогноз бирә, тип ҡыуандырҙы.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Ләйсән Үтәғолова фотоһы.