Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Декабрь 2024, 05:00

Әнүәр Нурғәлиевтең ҡыҙына яҙмыштың ауыр һынауҙары аша үтергә тура килә

Концертҡа әҙерләнеп йөрөйөм, Ирина костюмды үтекләне лә аш-һыу бүлмәһенә инеп китте. Һүнгән, әммә ҡыҙыу үтек өҫтәлдә ҡалған. Элина әсәһенең ни эшләгәнен ҡабатлайым тип, ике ҡуллап үтекте күтәреп алмаһынмы?! 

Әнүәр Нурғәлиевтең ҡыҙына яҙмыштың ауыр һынауҙары аша үтергә тура киләӘнүәр Нурғәлиевтең ҡыҙына яҙмыштың ауыр һынауҙары аша үтергә тура килә
Әнүәр Нурғәлиевтең ҡыҙына яҙмыштың ауыр һынауҙары аша үтергә тура килә

Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев үҙ ижадын яратыусыларҙы яңынан-яңы йырҙары, концерттары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә ул зал тулы тамашасы йыйып, концерттар ҡуйып, быйылғы ижад миҙгелен тамамлап ҡуйҙы. Әнүәрҙең өр-яңы “Яратам һине” йырын тамашасылары айырыуса йылы ҡабул итте.

Әнүәр Нурғәлиев йыш ҡына төрлө баҫмалаларға интервьюлар бирә. Ул үҙенең тормошо тураһында асыҡтан-асыҡ, тартынмайынса һөйләй. Бына бер интервьюһынан өҙөк.  

“Элина ҡыҙыбыҙҙы беҙ кескенәнән “Һин – иң яҡшыһы” тип үҫтерҙек. Яҙмыш уның алдында йәш ярымлыҡ сағыда уҡ ауыр һынау ҡуйҙы.

Ул көн әле кисәгеләй хәтеремдә. Концертҡа әҙерләнеп йөрөйөм, Ирина костюмды үтекләне лә аш-һыу бүлмәһенә инеп китте. Һүнгән, әммә ҡыҙыу үтек өҫтәлдә ҡалған. Элина әсәһенең ни эшләгәнен ҡабатлайым тип, ике ҡуллап үтекте күтәреп алмаһынмы?! Ҡул усы бешкән, ауыртыуға түҙә алмай, бала үкһеп-үкһеп илай. Башта беҙ быны ул ҡәҙәр етди бешеүҙер тип уйламаныҡ, бинт менән урап ҡуйҙыҡ та, икенсе көнө табипҡа барҙыҡ. Шул көндән төн йоҡолары онотолдо: реанимация, операциялар, дауалау курстары... Тәүге операция уңышһыҙ булды: Элинаның ҡулы үҫеүҙән туҡтаны. Тәжрибәле табиптар табып, икенсе операция яһалды. Күҙгә күренеп торорлыҡ йәрәхәт урындары ҡалһа ла, тфү-тфү, ҡулы үҫә, бармаҡтары эшләй.    

Ҡайсаҡта балалар: “Һинең ҡулың йәмһеҙ”, – тиҙәр. Элина улар алдында үпкәләгәнен, кәйефе төшөүен бер ҙә күрһәтмәй, ә өйгә ҡайтҡас, үкһеп илай. Характеры ныҡ”, - тип һөйләгән Әнүәр Нурғәлиев бер нисә йыд элек биргән интервьюһында.

Шөкөр, был хәлдәр хәҙер артта ҡалған. Элина – бик талантлы ҡыҙ, бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнгән. Элинанан тыш, Нурғәлиевтәрҙең өлкән улдары Рафаэль бар. Ул сәнғәт донъяһынан йыраҡ, уның ҡарауы спорт менән әүҙем шөғөлләнә.

Сығанаҡ: t.me/tatar_estrada

Фото: kiziltan.ru ("Кызыл таң" гәзите сайтынан). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас