"Айыҡ ауыл-2024" проектына ярашлы Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылында урам байрамдары гөрләп үтте. Ошо көндәрҙә эстафетаны ауылдың Зәки Вәлиди һәм Татыр урамдары халҡы дәррәү күтәреп алды.
– Беҙҙең округ әҙерләгән урам байрамы, шаулап-гөрләп үтеп, ауылдаштар күңелендә бик йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Иртәнсәктән алып кискә тиклем Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йорто умарта күсендәй гөжләп торҙо.
Иртәнге һигеҙҙән Татыр урамының иртәсел халҡының өҫтәл-ултырғыстар ташыуынан башланып киткән күңелле мәшәҡәттәр киске һигеҙгә тиклем дауам итте. Округтың дәртле халҡы байрамға әҙерләнеп, йүгереп йөрөнө. Оло апай-инәйҙәр үҙҙәренең милли кейемдәрен кейгән, ҡул эштәрен әҙерләгән. Йәш килендәр байрам табыны әҙерләһә, ир-егеттәр барлыҡ эштәрҙе ойошторҙо.
Самауырҙар ҡайнатып, һый-ниғмәттән һығылып торған табын әҙерләнде. Ауылдаштар йыйылып аралашып, күңелдәр булғансы һөйләшеп, тәмле сәйҙәр эсеп, ҡорбан итенән ауыҙ итте.
Бер мөйөштә матбуғатҡа яҙылыу ойошторолдо, стеналарҙа уңған татыу ғаиләләрҙең гәзиттәре айырым урын алды. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнгәнгән, сәләмәт тормош алып барған ғаиләләрҙең дә уңыштарына һөйөндөк, ҙур еңеүҙәре ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Иң төп урынды башҡорт халҡының көнитмешен сағылдырған яртылаш тирмә формаһындағы урын алып торҙо. Бындағы матурлыҡтан күҙҙәр ҡамашты! Округтың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ниндәй генә һый-ниғмәт әҙерләмәгән ине! Күҙ нурҙары түгеп эшләнгән картиналар, сигелгән әйберҙәр, бәйләнгән шәлдәр күҙҙең яуын алырлыҡ ине. Ошо матурлыҡты тыуҙырған уңғандар тик һоҡланыуға, маҡтауға лайыҡ, әлбиттә.
Йыйылған халыҡ “Изгелек ҡумтаһы”на яугирҙәргә тип йылы әйберҙәр һалды. Донъялар тынысланып, илебеҙгә именлек килһен, тигән изге доғалар уҡылды.
Сәхнә түрендә изге доға менән башланып киткән концерт менән бер рәттән округ уңғандары бүләкләнде, дан ғаиләләр маҡтауға лайыҡ булды. Талантлы балаларҙың, махсус ҡунаҡтарыбыҙҙың сығыштары, мәртәбәле ағинәйҙәребеҙҙең йөрәккә үтерлек фәһемле һүҙҙәре, мөнәжәттәре, ир-егеттәрҙең дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары, дәртле күмәк бейеү, инструменталь ансамбль сығышы, зал менән мауыҡтырғыс уйындар, ғаилә парҙарының бергә бейеүе байрамыбыҙға тағы ла йәм өҫтәне. Ә һуңғы номерҙа ҡуйылған бейеүҙә округтың төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙары барыһы ла тиерлек ҡатнашып, матур тамаша булдырҙы.
Ир-егеттәр уйындар ойошторҙо. Уларҙа балалар менән бер рәттән ололар ҙа рәхәтләнеп ҡатнашып, шәп бүләктәр отоп ҡыуанды. Урам байрамы аҙағында сәй табынында матур аралашыу мөмкин булды, табын йырҙары яңғыраны. Ихлас шул үҙебеҙҙең Таулыҡай халҡы!
Ошондай күркәм байрамды үткәреүгә ярҙам иткән бағымсыларыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ленин исемендәге ауыл хужалығы етәксеһе Ғәлим Булат улына, ағинәйҙәребеҙ Хәлидә Сөләймән ҡыҙы Фәхретдинова менән Вәспиямал инәй Исхаҡоваға, уңышлы эшҡыуарҙар Гөлнәзирә Ғәлинаға, Венера Усмановаға, округ халҡына (һәр ғаилә үҙ өлөшөн индерҙе) ҙур рәхмәт! Кәңәштәре, ярҙамдары өсөн ауыл хакимиәтенә, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, гармунсыларға ҙур рәхмәт! – тип хәбәр итте Үрге Таулыҡайҙан ошо округтың депутаты Әнүзә Азаматова.
Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылы халҡына изге ниәттәренә өлгәшеп, һәр ваҡыт шулай айыҡ, матур, етеш тормошҡа әйҙәгән күркәм саралар уҙғарып, ауыл тормошон йәмләп йәшәгеҙ, тигән теләктә ҡалабыҙ.
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТрезвоеСелоБаймакскийРайонВерхнетавлыкаево
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир