Ҡыш бабай балаларға бүләктәр тарата ла башлаған.
– Балаларҙы йыл буйы һағынып бөтәм, улар ҙа мине көтөп ала, минең өсөн генә тип шиғыр һәм йырҙар ятлай. Ҡайһы берҙәре хатта үҙ ҡулдары менән бүләк яһап ҡуйған. Мәҫәлән, бер ҡыҙыҡай өс майшәм эшләгән, береһен – өләсәһенә, икенсеһен – әсәһенә, ә өсөнсөһөн миңә бүләк итте. Мин килеүгә портретымды ла төшөрөп ҡуя бәләкәстәр. Бүләк алырға мин дә яратам ул! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ҡыш бабай.
Үҙенән балалар һәр ваҡыт уйынсыҡтар көтә икән. Малайҙар бигерәк тә пульт менән йөрөтә торған машиналар һәм консрукторҙар ярата, ә ҡыҙҙар модалы кейеме һәм биҙәүестәре булған ҡурсаҡтар һорай, ти.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың барлыҡ теләктәрен дә үтәй алмайым шул. Мәҫәлән, бер малай: “Этем ныҡ ҡартайҙы һәм һуҡырайҙы, уның күҙҙәре ҡабаттан күрә башлаһын, тип теләйем,” – тине. Тылсым көсөм етмәгән саҡта мөғжизәгә ышанырға, яҡшы уйҙар уйларға кәңәш итәм. Был теләгемде өлкәндәр ҙә ишетһен. Бер ҡасан да өмөтөгөҙҙө һәм мөғжизәгә ышанысығыҙҙы юғалтмағыҙ! – тип өндәй Ҡыш бабай.
Ҡурай, ҡумыҙ, гармун, гитара кеүек музыка ҡоралдарында оҫта уйнауының серен һорағас, бына нимә тине:
– Мин бит Яңы йыл алдынан ғына тылсымлы бабайға әүереләм, ә башҡа көндәрҙә актёр булып эшләйем.
Дуҫтар, ә һеҙ Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Байегет Мөхәрләмовты танынығыҙмы? Уны “Байыҡ” халыҡ-ара телевизион башҡорт бейеүе конкурсының сәхнә артындағы алып барыусыһы сифатында ла күргәнегеҙ булғандыр.
Фото һәм видео Байегет Мөхәрләмовтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге битләүенән алынды.