Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2024, 03:00

Балағыҙҙың башҡортса уйынсығы бармы?

“Уйна, балам!” форумы милли ерлектәге уйынсыҡтарға иғтибарҙы йүнәлтә.

Балағыҙҙың башҡортса уйынсығы бармы?Балағыҙҙың башҡортса уйынсығы бармы?
Балағыҙҙың башҡортса уйынсығы бармы?

Башҡорт телендә һәм милли ерлегендә уйынсыҡтар етештереүселәр тәүге тапҡыр 25 декабрҙә Өфөлә йыйыласаҡ. Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте һәм “Баштой” йәмғиәте менән берлектә ойоштора.

Етештереүселәр форум барышында үҙ уйынсыҡтары менән таныштырасаҡ. Милли ерлектәге уйынсыҡтарҙың башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙәге әһәмиәте тураһында белгестәр менән фекер алышыу ҡаралған.

Уйынсыҡтарҙың йәш быуындың тәрбиәһенә ни тиклем ҙур йоғонто яһауын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та билдәләй.

«2023 йылда Өфөнөң Совет майҙанында „Әйҙә, уйнарға“ фестивален үткәрҙек, унда бөтөн илдән 140-ҡа яҡын уйынсыҡ етештереүсе килде. Уны даими ойошторорға ниәтләйбеҙ, — тип яҙғайны Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Башҡортостанды балалар өсөн тауарҙар етештереү үҙәге итергә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Был — мөһим дәүләт бурысы. Уйынсыҡтар тәрбиәләй, шәхесте формалаштырырға ярҙам итә. Был мәсьәләгә бик иғтибарлы ҡарарға кәрәк. Ошо йүнәлештә эшләйбеҙ".

Форумда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Сараны уҙғарыу урыны: Ленин урамы, 26, “Китап” магазины.

Фото: https://ba.wikipedia.org

0+

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас