Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2024, 13:20

Өфөлә "Урал батыр уҡыуҙары” түңәрәк өҫтәле уҙҙы

20 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Беренсе "Урал батыр уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәле уҙҙы. Унда бөйөк әҙәби мираҫты мәңгеләштереүгә һәм танытыуға бәйле көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.

Өфөлә "Урал батыр уҡыуҙары” түңәрәк өҫтәле уҙҙыӨфөлә "Урал батыр уҡыуҙары” түңәрәк өҫтәле уҙҙы
Өфөлә "Урал батыр уҡыуҙары” түңәрәк өҫтәле уҙҙы

"Урал батыр” — башҡорт эпосы (ҡобайыр), әҙәбиәт ҡомартҡыһы һәм халыҡ сәнғәте шедевры, Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе тип тә танылған. Башҡорт фольклорындағы иң ҙур һәм боронғо әҫәрҙе Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мәхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсән Арғынбаев менән Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтан яҙып алған. 2025 йылда был ваҡиғаға 115 йыл тула.

Түңәрәк өҫтәлдә фәндең төрлө өлкәһен өйрәнеүсе ғалимдар – филологтар, этнографтар, тарихсылар һәм философтар, шулай уҡ рәссамдар, скульпторҙар һәм эпос менән ҡыҙыҡһынған башҡа шәхестәр саҡырылған.

Урал батыр уҡыуҙары иртәнге сәғәт 10-да башланды.

Урыны: Совет урамы, 14.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас