21 декабрҙә Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәйҙең Дәүләт думаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса комитеты рәйесе Ольга Казакова Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт советында ҡатнашыр алдынан төбәктең анимация кластерының производство мөмкинлектәре менән танышты. Уны донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы нигеҙендә булдырҙылар.
Кластер составына рәссам –аниматорҙарҙы әҙерләгән Өфөнөң сәнғәт училищеһы, “Муха” студияһы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы инә. Производство базаһы белгестәргә ғәмәли тәжрибә алырға, күләмле проекттарҙа ҡатнашырға, һөнәри эшмәкәрлеккә әҙерләнергә мөмкинлек бирә.
Радий Хәбиров һәм ҡунаҡтар Өфөнөң, Сибайҙың, Стәрлетамаҡтың креатив индустрия мәктәптәре эше менән танышты. Улар ҙа кластерҙың бер өлөшө булып тора. Был учреждениелар балаларҙы уҡытыуҙың башланғыс этабын формалаштыра. Артабан йәштәр колледж, училищеларҙа уҡыуҙарын дауам итә.
Шулай уҡ кластерҙың мөмкинлеге менән танышыу мәлендә “Петрушка” һәм “Салауат тоҡомдары” йәнһүрәттәренең исем туйы үтте.
“Муха” анимация студияһы директоры Артур Абдрахманов анимация эштәрен булдырыу өсөн дәүләт ярҙамының әһәмиәтен билдәләне.
Бынан тыш, кластер майҙансығында “Союзмультфильм” киностудияһы һәм “Муха” студияһы араһында хеҙмәттәшек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.