Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2024, 16:40

Мәҙәниәт объекттары асылды

Яңы йыл алдынан ауылдарға шәп бүләк булды.

Мәҙәниәт объекттары асылдыМәҙәниәт объекттары асылды
Мәҙәниәт объекттары асылды

21 декабрҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында республикабыҙҙағы биш мәҙәниәт объектын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был саралар Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше һорауҙары буйынса совет ултырышы сиктәрендә уҙғарылды.

Мәҫәлән, Дүртөйлө районының Турбәк ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса яңы модулле клуб төҙөлгән, Яңауылда капиталь ремонттан һуң балалар сәнғәт мәктәбен асылған, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында һәм Асҡын районының Асҡын ауылында модернизацияланған кинозалдар барлыҡҡа килгән.

Бынан тыш, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында республика ҡаҙнаһы ярҙамы менән интерактив уйын залы булдырылған.

Муниципаитет башлыҡтары, учреждение етәкселәре, ауылдарҙа йәшәүселәр Башҡортостан етәкселегенә яңы мәҙәни объекттар өсөн рәхмәт белдерҙе.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас