Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2024, 17:40

Яңы клубтар төҙөлә, ансамблдәр барлыҡҡа килә

Ултырышта киләһе йылға маҡсаттар әйтелде.  

Яңы клубтар төҙөлә,  ансамблдәр барлыҡҡа киләЯңы клубтар төҙөлә,  ансамблдәр барлыҡҡа килә
Яңы клубтар төҙөлә, ансамблдәр барлыҡҡа килә

 21 декабрҙә Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса советының ултырышын уҙғарҙы. Ул донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында ойошторолдо.

 Ултырышта сенаторҙар, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, мәҙәниәт һәм театр-концерт ойошмалары вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

 Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы 2024 йылға мәҙәниәт өлкәһе һөҙөмтәләрен барланы. Алдағы осорға өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне.

- “Мәҙәниәт” милли проектын беҙ уңышлы тамамлайбыҙ. Президентыбыҙға, Рәсәй Хөкүмәтенә был мөһим тармаҡҡа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт. Тап тел, мәҙәниәт, рухлыҡ беҙҙе берҙәм халыҡ итә, - тине Радий Хәбиров. – Милли проект тормошҡа ашырылғандан алып 11 мәҙәниәт йорто төҙөлдө, алтауы реконструкцияланды, 100-ҙән ашыуы капиталь ремонтланды, модернизацияланды. Улар араһында Сибай концерт-театр берләшмәһе, Башҡортостан ҡурсаҡ театры бар. Октябрский музыка колледжын яңыртыуҙы ла тамамланыҡ. Киләһе йылда Өфө сәнғәт училищеһында ремонт эштәрен башлайбыҙ. Милли проект һөҙөмтәләре буйынса яңы заманса ҡорамалдар менән мәҙәниәт өлкәһендәге 60 белем биреү ойошмаһы, дүрт театр һәм өс музей йыһазландырылды, 11 автоклуб алынды.

 Республика етәксеһе   Өфө дәүләт циркын реконструкциялауҙы ла федераль финанслауы менән тәьмин итеүгә өлгәшеүҙәрен әйтте. Был объектта эштәрҙе 2026 йылда башлау ниәтләнә.  

 Шулай уҡ Өфөлә Музыка йортон төҙөү тураһында ла ҡарар ҡабул ителде.

- Был проект ябай түгел. Уны проектлауҙы этаплап башҡарасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

 Башҡортостан Башлығы милли мәҙәниәтте һаҡлау буйынса ҙур  саралар күрелеүе тураһында ла белдерҙе. Мәҫәлән, Бишбүләк районында Мордва тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй башлаған, Тәтешле районында Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәген булдырыуҙың да тәүге этабы тамамланған. Ул киләһе йылда үҙ ишектәрен асыр. Тағы ла бер йылдан Ауырғазы районында Сыуаш үҙәге  эш башлар.

 Башҡорт теле көнө һәм Милли кейем көнөнә Ҡурай һәм Милли бейеү көндәре лә ҡушылды.

- Беҙ күптәнге бурысты башҡарҙыҡ – республикабыҙҙа ҡурайсыларҙың дәүләт ансамблен булдырҙыҡ. Был коллективты яратып та өлгөрҙөләр. Бөгөн ул әүҙем сығыш яһай, гастролдәргә сыға, уңышлы үҫешә, - тине Радий Хәбиров.

 Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү тураһында һөйләгәндә төбәк етәксеһе “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһына ярашлы быйыл 30 йәш ауыл белгесенә ярҙам ителеүе тураһында белдерҙе.

  2025 йылға пландар иҫәбендә Өфөлә ҡайтарылған исемдәр музейын асыу, Салауат районында Салауат Юлаев музейын реконструкциялау, Федоровка район мәҙәниәт һарайын модернизациялау, Мәсетле  районының Яңы Мөслим ауылында һәм Белорет районының Йөйәк ауылында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорттарын төҙөү ниәте бар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас