Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин өсөн яҡынлашып килгән Яңы йыл иҫ киткес шатлыҡ-ҡыуаныстар килтергән. Яҡташыбыҙ "Татарстандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Башҡортостанда һәм Татарстанда иң популяр йырсыларҙың береһе Ришат Төхвәтуллинды дәрәжәле исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Әйткәндәй, быйылғы йыл йырсы өсөн ҡыуаныстарға бик бай булды. Йәш пар Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндарҙың улдары Әлим донъяға килеп, уларҙы бәхетле әсәй һәм атай итте.
Фото: "Интертат".