Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2024, 08:30

Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Башҡорт журналистикаһы ауыр юғалтыу кисерҙе

Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...
Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Башҡорт журналистикаһы ауыр юғалтыу кисерҙе – журналист, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәлис Ришат улы Ураҙғолов арабыҙҙан китте. Ошо хаҡта уның яҡындары хәбәр итте. 

Рәлис Ришат улы Ураҙғолов 1965 йылдың 10 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1983-1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, ике йыл тыуған ауылында мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. 1992 – 1993 йылдарҙа – “Хеҙмәт даны” Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә хәбәрсе, бүлек мөдире була. 1993 йылда “Йәшлек” гәзитенә хәбәрсе булып эшкә күсә. Һуңынан “Башҡортостан” гәзитендә,  “Ағиҙел” журналында эшләй.

Яңыраҡ уның улы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә:

“Беҙҙең өсөн әтәй телебеҙгә, милләтебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата яратыу, хөрмәт итеү хисен уятыусы, үҫтереүсе булды. Уға ҡарап беҙҙә лә илһөйәрлек тойғоһо нығынды. Үҙенең көндәлек журналист эше менән, яҙылған әҫәрҙәре менән ул әле лә туған телем тип янып тора,” – тип йылы һүҙҙәр яҙғайны.

Эйе, Рәлис Ришат улы халҡыбыҙҙың иң намыҫлы һәм дә иң тоғро азаматы, заманыбыҙҙың иң ғәҙел һаҡсыһы, журналистиканың иң затлы һәм тура һүҙле вәкиле, әҙәбиәтебеҙҙең бер аҫылташы булды. Бик тәрбиәле, тырыш, уңған балалар үҫтерҙе.

Коллегабыҙ, һәләтле яҙыусыбыҙ Рәлис Ураҙғоловтың туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас