Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Декабрь 2024, 12:00

Ата-әсәйеңде лә музейға алып кил!

Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы мәлендә ата-әсәләргә лә оҙайлы ғына Яңы йыл ялдары эләгә. Был ваҡытты бергәләп матур аралашыу, ял менән үткәрергә була. Ғаиләләр өсөн бик тә уңай булған форсаты ла сығып тора бына! 

Ата-әсәйеңде лә музейға алып кил!Ата-әсәйеңде лә музейға алып кил!
Ата-әсәйеңде лә музейға алып кил!

Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы мәлендә ата-әсәләргә лә оҙайлы ғына Яңы йыл ялдары эләгә. Был ваҡытты бергәләп, файҙалы итеп үткәрергә мөмкин.

Рәсәйҙә “Ата-әсәйеңде музейға алып кит!” тигән Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола. Башҡортостан музейҙары ла ошо сараға ҡушыла. Унда “Пушкин карта”һы менән ҡуланыусылар ҡатнаша ала. Йәштәргә, ташламалы хаҡ менән билет һатып алып, үҙҙәре менән бергә ғаилә ағзаларын да алып барырға була.  

Махсус акция барышында “Пушкин картаһы” эйәләренә ата-әсәһенә билет алыуға 10 процент ташлама бирелә. Акция 30 декабрҙә башлана ла 12 ғинуарға ҡәҙәр дауам итә.

Башҡортостандың 50 дәүләт һәм муниципаль музейы бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла һәм балаларҙы, уларҙың ата-әсәһен экскурсияларға, тематик оҫталыҡ дәрестәренә һәм башҡа мәҙәни-мәғрифәти сараларға килергә саҡыра.

Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте музейҙарҙың сайттарында, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә белергә мөмкин.

Фотола: БР Милли музейында "Урал батыр" эпосы буйынса ҡуйылған күргәҙәмә эшләй (музейҙың рәсми төркөмөнән алынды).

Ата-әсәйеңде лә музейға алып кил!
Ата-әсәйеңде лә музейға алып кил!
Ата-әсәйеңде лә музейға алып кил!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас