Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Декабрь 2024, 16:45

Мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәргә юғары наградалар тапшырылды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләгән абруйлы артисы Муллайән Һөйәрғоловтың фиҙакәр хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән билдәләнде.

Мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәргә юғары наградалар тапшырылдыМәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәргә юғары наградалар тапшырылды
Мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәргә юғары наградалар тапшырылды

Өфөләге Колонналар залында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Юғары наградаларға педагогтар, ижади коллективтарҙың һәм учреждениеларҙың етәкселәре, артистар, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре, театр эшмәкәрҙәре һәм рәссамдар лайыҡ булды.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.

- Республикабыҙҙа мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бүленә, һәм Радий Фәрит улы бик күп ҡыҙыҡлы проекттар авторы һәм идеологы булып тора. Бындайҙарҙың береһе – киң билдәле «Китап байрамы», ул йыл һайын аншлаг менән үтә. Яңыраҡ беҙ Мәҙәниәт буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙек, унда йәнә республика етәкселегенең мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибары тойолдо. Совет ағзалары биргән бөтә һорауҙарҙы ла тыңланды һәм ҡәнәғәтләнерлек яуаптар алды, киләһе йылда улар тормошҡа ашырыласаҡ.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 90 йәшлек юбилейын билдәләгән абруйлы артисы Муллайән Һөйәрғолов, шулай уҡ «Мәҙәни-ара партнерлыҡ үҙәге» коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт башланғыстарын үҫтереү буйынса автономиялы ойошма директоры Валентина Латипова Салауат Юлаев ордены менән билдәләнде.

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән рәссам, «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Риф Абдуллин, Иглин районының «Иглин балалар художество мәктәбе» директоры Михаил Бадьин, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе оркестр артисы Фәймә Кәлимғолова наградланды.

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары тапшырылды, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемдәре бирелде.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәргә юғары наградалар тапшырылды
Мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәргә юғары наградалар тапшырылды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас