– Был йыл Рәсәй һәм Башҡортостан тарихында әһәмиәтле ваҡиғалары менән уйылып ҡаласаҡ. Республикабыҙҙың төп милли ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзите уларҙы яҡтыртыу, мөһим дәүләт заданиеларын үтәү йәһәтенән һәр ваҡыт фиҙакәр, лайыҡлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Баҫманы уҡымлы итеүгә авторҙарыбыҙ ҙа ҙур өлөш индерә. Араларында абруйлы ғалимдарҙың булыуы баҫманың мәртәбәһен арттырһа, һәләтле йәштәребеҙ гәзиттең киләсәгенә ышанысты нығыта, – тине “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һәм лауреаттарға дипломдар тапшырҙы.
2024 йыл лауреаттары менән таныш булығыҙ:
Ғиниәт Сафиулла улы ҠУНАФИН, филология фәндәре докторы, профессор – ижади портреттары, әҙәби тәнҡит материалдары өсөн;
Ринат Әлтәф улы КАМАЛОВ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы – фәһемле публицистик яҙмалары өсөн;
Фәиз Насир улы ХАРРАСОВ, Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәткәре – замандаштарыбыҙға арналған уҡымлы хикәйәләре өсөн;
Рәүилә Сулпан ҡыҙы ҒАТАУЛЛИНА, “Башҡортостан” гәзите редакцияһының мәҙәниәт бүлеге мөдире – үҙенсәлекле журналист яҙмалары һәм гәзит уҡыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәрен юғары кимәлдә мөхәррирләгәне өсөн.