Махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә башҡорт яҙыусыһы Сабит Фазлыев һәләк булды. Ул 2024 йылдың ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Сабит Мағаз улын 26 декабрҙә уның тыуған төйәгендә – Ейәнсура районында ерләнеләр.
Сабит Фазлыев хаҡында Ғайса Ишмөхәмәтов иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:
“Кешеләрҙең һау, яныбыҙҙа йөрөгән сағында ҡәҙерен беләйек. Уның махсус операцияға китерен күңелем һиҙә ине, шуға ла Иҫәнғолдан ҡайтышлай Үтәғолға йышыраҡ һуғылырға тырыштым. Йондоҙҙарҙы күҙәтеп яҡты хыялдарға сума торған телескопы ла гел соланында торҙо. Ошо торбаһы күңеле кителгән саҡтарҙа, әрнеү-яныуҙарынан да ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
Сабит – Ильнур – ике исем, ике күңел, ике йән. Терелер, хәбәре килер, көттөк...
Сабит менән һөйләшеү, уртаҡ тел табыуы еңел булды, әллә уҡытыусы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләүенәнме, белмәҫһең. Алсаҡ йөҙлө, өлкәнде өлкән итеп күрә белгән, сабый балалар кеүек эскерһеҙ, кәрәк саҡта ҡырыҫ та, тура һүҙле, сәмсел дә ир-уҙаман. Ауыл хакимиәте башлығы булғанда сәмләнеп эшләне, ауылдарҙы төҙөкләндерҙе. 30 саҡрымда ятҡан Яңыбайға ла электрик эҙләп йыш килде.
“Ағай, донъямды нығытырға ғына бер ҙә ҡулым теймәй”, – тине ул былтыр көҙ. Һарайы яғына барып һөйләшеп торҙоҡ: “Малды бер-икәүгә генә ҡалдырам, Дилбәргә ауыр булыр ҡарауы...”
Һуңғы тапҡыр осрашҡанда Сабитты бер ағайҙан һорашып, “пожарка”нан барып таптым. Хәҙерге хакимиәт башлығы, элекке хакимиәт башлығы (Сабит), тракторсы “МТЗ-82” тракторына көрәген ҡуялар ине.
Тышҡа сыҡтыҡ. “Әйҙә, минекенә инеп һөйләшеп ултырайыҡ”, – тип машинаһына саҡырҙы. Ул төштән һуң Ҡыуандыҡ ҡалаһына хәрби кәрәк-яраҡ алырға китте.
Өфөлә лә, Себерҙә лә көтәләр ине уны, тик ул ошо юлды һайланы. Яҙмыш, тәҡдир ҡушыуы, ир намыҫы ошо булғандыр... Хәбәрһеҙ юғалһа ла, бер йылға яҡын өмөт, ышаныс менән яҡшы хәбәр көттөк.
“Ҡара этап” романын яҙған яҙыусының яҙылмай, яҙылып та баҫылып өлгөрмәгән әҫәрҙәре ҡалды. “Уҡытыусылар тураһында бер әҫәр яҙып ятам”, – тине бер саҡ күңелле генә итеп. “Ҡасан уҡыйбыҙ?” – тигән һорауға серле генә йылмая биреп: “Һәр берегеҙ үҙегеҙҙе таныясаҡһығыҙ”, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы.
Минең күҙ алдымда яугир-яҙыусы зәңгәр-йәшкелт күҙҙәрен яндырып, ҡуйы, бер аҙ салланған сәстәрен артҡа һыйпап ипле генә йылмайып ҡарап тора кеүек...
Ғүмер аҡҡан һыу кеүек тиҙ үтә, ирҙәр китә, ҡайтмаҫҡа мәңгелеккә китә...”
Фото сығанағы: vk.com/zakiarslanovit.