Күгәрсен районының Үрге Сирбай ауылында башҡорт атына арналған бик матур сара уҙған. Унда район ағинәйҙәре, Үрге Сирбай ауылынан Ҡорбанаевтар ғаиләһе, “Утар” йәмғиәте етәксеһе Азамат Айытҡолов ҡатнашҡан.
Сара ҡатнашыусылар Фәниә һәм Сәғит Рәхмәтуллиндарҙың шәхси музейы менән танышҡан. Ойошторусылар ат еккәндә, һыбай йөрөгәндә кәрәкле булған ҡорамалдарҙан, йүкәнән үрелгән септә, арҡан-тышауҙарҙан, ағастан яһалған арба тәгәрмәстәренән, Ҡорбанаевтарҙың ярыштарҙа лайыҡ булған бүләктәре - кубоктар, грамоталар, миҙалдар һәм башҡа әйберҙәренән торған матур күргәҙмә әҙерләгән.
Сара барышында башҡорт аттары тураһында тарихи мәғлүмәттәр, йомаҡ-мәҡәлдәр концерт номерҙары менән үрелеп барған.
Ауыл клубы мөдире Мөхәмәт Шәрипов үҙе гармунда уйнап, “Аҡбуҙат” йырын йырлаһа, Миңзада Байтуғанова төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән концерт номерҙарын тәҡдим иткән. Шул уҡ ваҡытта залда ултырыусыларға төрлө һорау-йомаҡтар әйтелгән, ҡыҙыҡлы хәтерләүҙәрен бүлешергә форсат бирелгән.
Төрлө ат ярыштарында призлы урындар яулаған, йылҡылар аҫраған Рәфҡәт Ҡорбанаевтың ғаиләһе лә сәхнәгә саҡырылған. Яңы йыл алдынан үткән матур осрашыу йылҡы итенән әҙерләнгән төрлө ризыҡтарҙан, күстәнәс бәлеш-ҡоймаҡтарҙан һығылып торған табын артында йәнле аралашыу, сәй эсеү менән тамамланды, - тип хәбәр итә Гүзәлиә Ҡотлогилдина.
Фото һәм сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите