“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында Саҡмағош тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ремонтланған. Бында музей экспозицияларын, залды һәм стендтарҙы яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарылған.
Музейҙы асыуҙа республиканың Милли музейы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Михаил Гаухман ҡатнашты. Ул Саҡмағош районының тарихы, ата-бабалары, күренекле шәхестәре, етәкселәре тураһында хәтерҙе һаҡлаған, халыҡтарҙың үҙенсәлеген, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған яңы һирәк экспонаттар, бүлектәр менән танышты. Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған айырым урындар булдырылған.
– Эште дауам итәсәкбеҙ, артабан да экспозицияларҙы, күргәҙмә өлгөләрен тулыландырасаҡбыҙ. Яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү һәм осрашыуҙар ойоштороу планлаштырыла. Музейҙың үҫешеүен, килеүселәр араһында өлкән быуындың да, балаларҙың да булыуын теләйем. Ата-бабаларҙың мираҫын, тыуған яҡтың тарихын һаҡлау һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыу мөһим, – тип белдерҙе Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.
Фото: https://t.me/yamaleev_rf/9502.