28 декабрҙә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә 11 яңы йөк автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Улар республика муниципалитеттарында күсмә спектаклдәр, концерттар һәм күргәҙмәләр ойоштороу ваҡытында декорациялар һәм инструменттар ташыу өсөн тәғәйенләнгән.
– Дәүләт мәҙәниәт учреждениеларын заманса транспорт менән тәьмин итеү – мөһим мәсьәлә. Машиналар юҡ икән, улар гастролдәргә сыға алмай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙҙең программалар сиктәрендә уларҙың автопаркын яңыртабыҙ.
Яңы йөк автомобилдәренә Башҡортостандың Милли музейы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Өфө “Нур” дәүләт татар театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Туймазы дәүләт татар драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһе, Салауат дәүләт башҡорт драма театры эйә булды.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин коллегалары исеменән республика етәкселегенә автопаркты даими яңыртыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ республика халҡын Яңы йыл каникулдарында тамашаларға һәм спектаклдәргә саҡырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда республиканың мәҙәниәт учреждениелары тарихында тәүге тапҡыр 94 берәмек транспорт һатып алынды. Быға тиклем 2016 йылда ғына биш автомобиль һатып алынғайны.
– Был программа эшләй башлағанға тиклем мәҙәниәт учреждениелары автомобилдәре тулыһынса тиерлек туҙғайны. Гастролдәргә сыҡҡан артистарыбыҙ өсөн хәүеф бар ине. Ике йыл эсендә һигеҙ ҙур класлы автобус, өс урта класлы автобус, 16 микроавтобус, 51 еңел автомобиль һатып алдыҡ. Бөтәһе ярты миллиард һумдан ашыуға 89 берәмек автотранспорт һатып алынды. Бындай ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы. Ошо ярҙам һөҙөмтәһендә биш меңдән ашыу гастроль ойошторолдо”, - тип билдәләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.