Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Ғинуар 2025, 16:00

Әлиә Ҡарасуринаны йәнә тәнҡитләгәндәр...

Был юлы йырсының күлдәге оҡшамаған.

Әлиә Ҡарасуринаны йәнә тәнҡитләгәндәр...Әлиә Ҡарасуринаны йәнә тәнҡитләгәндәр...
Әлиә Ҡарасуринаны йәнә тәнҡитләгәндәр...

Әлиә Ҡарасурина - Төхвәтуллинаның яңы образы тамашасыларҙа ҙур һорау тыуҙырған. Йырсыға тиҙҙән үтәсәк сольный концертына тектергән күлдәге уларға оҡшамаған. Әлиәнең яңы образын урындыҡҡа, театрҙағы ҡорғанға һәм тағы ла әллә нәмәләргә оҡшатҡандар.

"Һеҙҙең фигурағыҙ шундай матур. Шундай фигураға бындай күлдәк кейәләрме? Театрҙағы ҡорған кеүек", "Ниндәй матур йырсыны ниндәй күлдәк менән хурлағандар", "Күлдәккә оҡшамаған, ни алды, ни арты", "Ҡот осҡос күлдәк был", "Күлдәгегеҙ урындыҡҡа оҡшаған", "Бөтә матурлығын бөтөрөп, ниндәй килешһеҙ күлдәк кейгән",  - тип яҙып, йырсыға тиҙ арала стилисын алыштырырға кәңәш иткән халыҡ.

Шулай ҙа яратҡан йырсыларын яҡлап яҙыусылар ҙа булған. Улар Әлиәнең яңы образын аҡҡошҡа ла, һандуғасҡа ла оҡшаталар. Тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итмәйсә, йырсының иҫ киткес моңло тауышына һәм мәғәнәле йырҙарына баҫым яһарға кәрәклеген дә иҫкәртәләр.

Ә һеҙгә Әлиә Ҡарасурина - Төхвәтуллинаның яңы образы оҡшаймы?

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

 

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас