Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Ғинуар 2025, 18:00

"Беҙ күп, ә ул берәү генә..."

Алсу әйтеүенсә, атаһының дүрт балаһы һәм 15 ейән -  ейәнсәре бар.

"Беҙ күп, ә ул берәү генә...""Беҙ күп, ә ул берәү генә..."
"Беҙ күп, ә ул берәү генә..."

Бөгөн йырсы Алсу атаһы Рәлиф Сафинды тыуған көнө менән тулҡынланып ҡотлаған. Был хаҡта ул үҙенең шәхси блогында хәбәр итә.

Бөгөн бизнесменға һәм сәйәсәткә 70 йәш тулды. « Ҡышҡы төш» йырын башҡарыусы ата-әсәһенә «мәңгелек мөхәббәт» һүҙҙәре менән һөйөүен белдергән һәм шәхси архивтан бер нисә фото баҫтырып сығарған.

«Әйҙәгеҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер теләйек. Беҙ күп, ә ул беҙҙә берәү генә», - тип яҙған артист.

Алсу әйтеүенсә, атаһының дүрт балаһы һәм 15 ейән - ейәнсәре бар.

Беҙ ҙә яҡташыбыҙҙы күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас