Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Ғинуар 2025, 08:30

Элвин Грей ҡайҙа юлланған?

Йырсы ҡатыны менән самолет салонынан видео һалған. Баҡтиһәң...

Элвин Грей ҡайҙа юлланған?Элвин Грей ҡайҙа юлланған?
Элвин Грей ҡайҙа юлланған?

Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) үҙенең социаль селтәрҙәрендә самолет салонынан видео һалып, күп тамашасыларын аптырашта ҡалдырған. Күптәр яратҡан йырсыһының Рәсәйҙән нишләп китеүенә ғәжәпләнгән. Баҡтиһәң, Элвин Грей ҡатыны Инзилә менән Таиландҡа ял итергә киткән. Әммә, йырсы белдереүенсә, йылы яҡтарҙа музыкант ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт бүлеүен хәбәр иткән.

"Ял ваҡытында йырҙар яҙасаҡмын, һеҙҙе шатландырасаҡмын. Яңы йыл менән бөтәбеҙҙе лә! "- яҙған ул үҙенең сәхифәләрендә.

Әйткәндәй, бер интервьюһында Элвин Грей Таиландта уның йорто булыуы, йыл һайын унда бары ҡайтыуҙары аҡында ла белдергән ине. 

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас