+20 °С
Болотло
Быйыл “Аксаков шыршыһы” хәйриә акцияһы 10 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә Ленин урамы, 5/1-се йорт адресы буйынса үтә.
292 үҙенсәлекле бала өсөн сағыу Яңы йыл байрамы ойошторола: унда инвалид балалар, республика ҡалаларынан һәм райондарынан мобилизацияланған һәм МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары ҡатнаша.
Ҡатнашыусыларҙы бай йөкмәткеле программа көтә: сағыу фотозоналар, аквагрим, әкиәт персонаждары менән аралашыу, Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыу һәм башҡалар.
Фото: dobro.ru