Бөтә яңылыҡтар

Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы

Уның кеүек артистар 100 йылға бер тапҡыр тыуа, ти тамашасылары. 

Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы

Күренекле яҡташыбыҙ, Тәтешле районы уҙаманы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдиновтың тыуған көнө – уға 65 йәш тулды. Кисәне йырсы ғаиләһе менән түгел, ә меңәрләгән тамашасыһы менән “Өфө-Арена”ла үткәрҙе – юбилей концертын ҡуйҙы. Артист юбилей концертының Өфөлә үткәреү ҡарарына яуапты социаль селтәрҙә үҙенең стилендә мөмкин тиклем ҡыҫҡа итеп аңлата: "10 ғинуарҙа мин Өфөлә буласаҡмын. Ни өсөн? Сөнки".

“Уның кеүек артистар, уларҙы халыҡ ярата һәм залдар йыя, 100 йылға бер тапҡыр тыуа. Салауаттың үҙ энергетикаһы, харизмаһы, һине үҙенә тартҡан магниты бар. Уның көслө һәләте, Аллаһ биргән таланты бар”, — тип яҡшы һүҙ менән уртаҡлаша Салауат Фәтхетдиновтың дуҫтары. Кисәне йырсы ғаиләһе менән түгел, ә меңәрләгән тамашасыһы менән "Өфө-Арена"ла үткәрҙе.

Милли эстрада легендаһының тоғро ижадташтары һәм дуҫтары йыйылды, улар араһында Айҙар Ғәлимов, Әнүәр Нурғәлиев, Вилдан Яруллин, Илһөйә Бәҙретдинова, Данир Сабиров, Ришат Төхвәтуллин, Филүс Ҡаһиров һәм башҡа замандаштары булды.

Салауат Фәтхетдинов 1960 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостандың Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында тыуған. Бала сағы ғәҙәти ауыл мөхитендә, баҫыуҙа һәм йорт хужалығында үтә. Әммә мәктәптә үк йәш Салауат йыр һәм сәнғәт менән ҡыҙыҡһына башлай, үҙешмәкәрлек концерттарында ҡатнаша. Әле лә Салауат Зәки улы ауыл тормошон яратыуын йәшермәй . “Мин ауылдан киттем, әммә ауыл минән китмәне”, – тип белдерҙе ул. Ысынлап та, тыуған ерҙе онотоп буламы һуң? Салауат Фәтхетдинов та атайсалынан рухи көс алып йәшәй. Уны яҡташтары ла бик ярата һәм уның менән ғорурлана.

Юбилейың менән, Салауат Зәки улы!

vk.com/salavat.fathetdinov

Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Салауат Фәтхетдинов юбилейын Башҡортостанда ҡаршыланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: