Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Биктимерованы ни өсөн апаһы менән еҙнәһе көтөп үҫтергән?

“Бала саҡ йылдарым бер аҙ ҡатмарлыраҡ булды”, - ти йырсы.

Лилиә Биктимерованы ни өсөн апаһы менән еҙнәһе көтөп үҫтергән?
Лилиә Биктимерованы ни өсөн апаһы менән еҙнәһе көтөп үҫтергән?

“Атай-әсәйем мине малай булыр тип көткән. Ҡыҙ бала тыуыуы атайыма бер ҙә шатлыҡлы хәбәр булмаған, ул хатта әсәйем менән мине бала табыу йортонан да барып алмаған. Ике-өс айлыҡ сағыма тиклем миңә әйләнеп тә ҡарамаған.

Шулай ҙа йән тартмаһа, ҡан тарта тигәндәй, күпмелер ваҡыт үткәс, мин бишектә йоҡлап ятҡанда ситтән генә күҙәтә башлаған. Төҫ-ҡиәфәтем менән уға оҡшағанмын. Әкренләп атайҙың миңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәргән.

Бала саҡ йылдарым бер аҙ ҡатмарлыраҡ булды. Миңә ун йәш ваҡытта был донъянан әсәйем ваҡытһыҙ китеп барҙы. Атайым тиҙ арала икенсе ҡатынға өйләнде, ә минең үгәй әсәй менән йәшәгем килмәне. Мине кеше итеү, тәрбиәләү бурысын әсәйемдең бер туған һеңлеһе Алһыу апай үҙ өҫтөнә алды.

Биш йыл Пермь өлкәһенең Барҙа ҡалаһында йәшәнем. Атай менән әсәй наҙын миңә бирә алған апайым менән еҙнәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. 9-сы класты тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем...” – Лилиә Биктимерова менән интервьюнан өҙөк.

Бөгөн инде Лилиә Биктимерова – Башҡортостандың халыҡ артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Тормош юлдашы Фәдис Ғәниев менән улар халыҡтың ысын һөйөүен яулаған матур парлы йырсылар булып танылды. 

Сығанаҡ: t.me/tatar_estrada

Фото: Лилиә Биктимерованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: