Кисә Санкт-Петербург ҡалаһында 75-се тапҡыр уҙған “Раштыуа каникулы” халыҡ-ара бейеү фестивалендә Гран-приҙы Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылының “Йәшлек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле яуланы. Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Фестивалдең гала-концерты кисә, 11 ғинуарҙа, уҙған. Ике меңдән ашыу коллектив араһынан һайлап алынған иң яҡшы сығыштар тура эфирҙа күрһәтелгән. Баймаҡ йәштәре “Йәш саҡ – дәртле саҡ” һәм “Ҡара-ҡаршы” бейеүҙәрен башҡарған.
Ул кистә “Йәшлек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле етәксеһе Рәсимә Халиҡоваға сәхнәгә бер нисә тапҡыр сығырға тура килгән, сөнки сағыу коллективтҡа жюри ағзалары бүләктәрҙе йәлләмәгән. Шулай итеп, баймаҡтар “Халыҡ традицияларын һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн” һәм “Иң яҡшы костюмдар өсөн” тигән дипломдарға эйә булған, ә “Ҡара-ҡаршы” һәм “Йәш саҡ – дәртле саҡ” бейеүҙәре I дәрәжә дипломдары менән билдәләнгән.
Интернет селтәрендәге видеонан күренеүенсә, Гран-при кубогын алырға сыҡҡанда Баймаҡ районының йәш бейеүселәре күҙ йәштәренә ирек биргән.