Танылған йырсы Илһөйә Бәҙретдинова улы Наримандың иҫ киткес һәләтен күрһәткән. Нариман, ысын рәссамдәр кеүек бик матур һүрәттәр яһай икән.
“Был – минең улым Наримандың хоббиһы. Буш ваҡыты булған һайын ултыра ла рәсем төшөрә. Шундай ҡыҙыҡ... Минән бер нәмә күскән был балаға. Шуға шатланып йөрөйөм инде. Матур бит! Ғорурланам!
Нариман улым, ҡуйҙым мин уны. Йыйырма ҡашыңды, матур түгел. Асыуланма инде”, - тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәренә Наримандың иҫ киткес матур картинаһын күрһәтеп.
“Был баланың башында тулы бер ғаләм икән”, “Һеҙҙе яһаған бит был бала”, “Бик креатив, булдыра Нариман”, “Вәт күңел бында, әйләнеп сыҡҡыһыҙ”, “Күп мәғәнәле рәсем”, - тип һоҡланған халыҡ та Наримандың матур итеп һүрәт төшөрөүенә.
Рәсемдәге төп герой, ысынлап та, Илһөйә Бәҙретдинованы хәтерләтә. Нариман “ИБ” билдәһен яһап ҡуйырға ла онотмаған.
Һәр әсә өсөн бала иң ҡәҙерле, иң яҡшыһы инде. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”