Бөтә яңылыҡтар

Тармаҡҡа ҙур ярҙам

Башҡортостанда 150 белгес «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса түләү алған. 

Тармаҡҡа ҙур ярҙам
Тармаҡҡа ҙур ярҙам

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 150 белгес бер тапҡыр бирелә торған түләү алған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова программаның 2021 йылда старт алыуы һәм Рәсәйҙә был йүнәлештәге тәүге башланғыс булыуы хаҡында хәбәр итте. Программа башланған осорҙа белгестәргә 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған сумма түләнгән булһа, 2023 йылдан иһә ул 1 миллион һумға тиклем арттырыла. Был сумманы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йәки шәхси транспорт һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин. Программа талаптарына ярашлы, контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң, хеҙмәткәр ауыл мәҙәниәт учреждениеһында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.

2024 йылда сертификаттар 30 хеҙмәткәргә тапшырылған. Уртаса йәштәре 29 булған хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеге юғары белемгә эйә. Улар араһында мәҙәни-ял итеү учреждениеларының 18 белгесе, балалар сәнғәт мәктәптәренең туғыҙ уҡытыусыһы, республика музейҙарының өс хеҙмәткәре бар.

– Ғаризалар араһынан һайлап алғанда комиссия тәү сиратта йәшкә иғтибар итте – ул 35 йәшкә тиклем булырға тейеш, шулай уҡ профилле белем алыуҙы, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылда йәки бәләкәй ҡалала урынлашҡан учреждениела, тулы һәм унан күберәк ставкаға эшләүҙе иҫәпкә алды, – тип һөйләне Әминә Шафиҡова.

2025 йылда мәҙәниәт учреждениеларына белгестәр йәлеп итеү буйынса федераль программа старт ала, тип өҫтәне министр. Ул белгестең Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы раҫлаған буш вазифалар исемлегенән вакансия һайлауын һәм бер тапҡыр бирелә торған компенсация алыуға ғариза тапшырыуын күҙ уңында тота. Программаның үҙенсәлеге – йәш сикләүенең һәм субсидияларҙы тотоноу йүнәлешенең булмауында. Шул уҡ ваҡытта программала ҡатнашыусылар һайланған учреждениеларҙа кәмендә биш йыл эшләргә тейеш буласаҡ.

Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» республика программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен ыңғай баһаланы, шулай уҡ бер нисә төп мәҙәни объект төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы тамамлауҙың мөһимлегенә иғтибар итте. Төбәк етәксеһе, атап әйткәндә, 2026 йылда проектты ваҡытында финанслауҙы тәьмин итеү өсөн, Өфө дәүләт циркын реконструкциялау проектын әҙерләү мәсьәләләрен хәл итергә, шулай уҡ Рус драма театрын ремонтлауҙы контролдә тоторға ҡушты. Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асыуҙа ҡатнашырға ниәтләүе хаҡында ла хәбәр итте. Объектта төҙөлөш эштәрен 2025 йылдың ғинуарында тамамларға планлаштыралар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: