Бөтә яңылыҡтар

Ура! Дәүләт циркында ремонт башлана

Рус дәүләт театрын да төҙөкләндереү кәрәк.

Ура! Дәүләт циркында ремонт башлана
Ура! Дәүләт циркында ремонт башлана

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала һәм республика халҡы өсөн яҡшы яңылыҡ еткерҙе. 2026 йылда Өфөлә Дәүләт циркы бинаһын реконструкциялау башлана. Финанслау алған саҡта ҡатмарлыҡтар тыумаһын өсөн, төбәк етәксеһе алдағы эштәр проектының бөтә нескәлектәрен өйрәнергә ҡушты.

Бынан тыш, ул республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театры бинаһын реконструкциялауҙы башлау өсөн финанслау бүлеү буйынса мәсьәләне хәл итеүҙе тамамларға йөкләмә бирҙе.

Кәңәшмәлә Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыуҙа ҡатнашырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Үҙәк төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә, уны асыу тантанаһы 20 ғинуарҙан һуң үтеүе ихтимал. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Башҡортостанда (Йөйәк, Урғаҙа ауылдарында һәм башҡалар) башҡа мәҙәни объекттарҙы ваҡытында төҙөп бөтөрөү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

Фото: culture.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: