Бөгөн – күренекле башҡорт шағиры, ялҡынлы йөрәкле Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулды (иҫке стиль буйынса тыуған көнө – 2 ғинуарҙа).
24 кенә йылға торошло ҡыҫҡа ғүмерендә ялҡынлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич Башҡортостан тарихында ла, башҡорт әҙәбиәтендә лә тәрән эҙ ҡалдырған. Атылып һүнгән йондоҙға торошло ғүмерендә ул илебеҙ тарихының ғәйәт ҡатмарлы осорона шаһит була, уны ижадында тәрән яҡтырта, туған башҡорт халҡының яҙмышы өсөн өҙгөләнә. Үҙе лә ҡан ҡойошло, ҡатмарлы замандың ҡорбаны булып ауа...
Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы – бөйөк шағирҙың ата-бабалары төйәге. Уның атаһы ошо ауылда ғүмер иткән, ошонда һуңғы төйәген тапҡан. Ауылда Бабичтар нәҫелен дауам итеүселәр әле лә бихисап.
Олуғ яҡташтарының тыуыуына 130 йыл тулыу кеүек иҫтәлекле ваҡиғаны ла ҡыйғаҙытамаҡтар, әлбиттә, билдәләмәй ҡалмаған. Шағир һынына сәскә һалынған, уның исемен йөрөткән “Бабич нуры” мәсетендә шағир рухына бағышлап аят уҡылған. Хәтер сараһы Ш. Бабич музейында тамамланған.
Фотолар Ш. Бабич исемендәге музейҙың социаль селтәрҙәге төркөмөнән: https://vk.com/public198877304