Бөтә яңылыҡтар

Баланы күпһенергә ярамай

Бының өсөн язаһын да алыуың мөмкин...  

Баланы күпһенергә ярамай
Баланы күпһенергә ярамай

Йәшләй ире менән һалған йорттарында яңғыҙы ҡартая Нәфисә. Шулай булыр тип бер ҡасан да башына инмәне. Йорто һәр ваҡыт гөрләп торор, балалар тауышы ла бер ҡасан да тынмаҫ һымаҡ ине.  Их, ваҡытында балаларының ҡәҙерен белмәй, уларҙы күпһенде шул.

Нәфисә йәшләй генә ауылдашына кейәүгә сыҡты. Нияз армиянан ҡайтҡайны, тиҙерәк өйләнеү яғын ҡайғыртты: ҡыҙ мәктәпте тамамлау менән гөрләтеп туй үткәрҙеләр.

Атай йортонда ла иркәләнеп кенә үҫкән Нәфисә хәстәрле иргә эләкте, балда-майҙа йөҙгән һымаҡ йәшәп алып китте. Уның ҡарауы, Ниязы һары таңдан ҡара төнгәсә тракторынан төшмәй тир түкте. Ул ауылдың тырыш, маҡтаулы механизаторы ине.

Нәфисә бер һөнәргә лә уҡымағас, өйҙә булды. Улдары Ринат тыуыу менән донъя мәшәҡәттәренә күмелде. Ике йыл да үтмәй, игеҙәк ҡыҙҙары Ләйлә менән Ләйсән донъяға ауаз  һалды. Бер балаһын саҡ ҡарап өлгөргән ҡатын  өсөн тынғыһыҙ ауыр көндәр башланды.

– Өс баланы нисек ҡарап өлгөрәйем? Береһе илап туҡтауға, икенсеһе башлай. Көн буйы ашарға бешерергә, йыуырға, йыйыштырырға кәрәк. Һиңә рәхәт, иртән эшкә сығып китәһең дә юғалаһың. Тормоштоң бер йәмен күрмәйем. Һиңә кейәүгә сығып, балаға баттым. Ҡалаға китмәй, ни эшләп кенә һинең менән ҡалдым икән? – тип бер туҡтауһыҙ тормошона зарланды.

Өйҙә генә мыжып ҡалманы, урамға сыҡһа ла, ауыҙында хәбәре шул булды. “Минең балалар күп. Ашарға ла күп китә, кейемде лә яңыһын алып өлгөрөп булмай, “һә” тигәнсә туҙҙыралар. Кеше һымаҡ бер генә бала табып үҫтерәһе булған да бит”, – тине.

Сабыр холоҡло Нияз ҡатыны менән  бер ҡасан һүҙ көрәштермәне.  Эшенән буш ваҡытын балалары менән уҙғарырға тырышты, күңел йылылығын ғәзиздәре менән уртаҡлашты.  Бигерәк тә улар йылға буйына барырға яратты. Шунда һыу инеп, төрлө уйындар уйнап, өйҙән алып килгән тәмлекәстәр менән сәй эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырҙар ине. Йомшаҡ холоҡло, шаян атайҙарына балалары бигерәк тә ылыҡты. Шуға әсәйҙәренең туҡтауһыҙ мыжыуына ла иғтибар итмәнеләр.

Ваҡыт тигәнең тиҙ үтә. Тиҙҙән өлкән улдары мәктәпкә китте, артынан игеҙәктәр ҙә ҙурайҙы, ләкин Нәфисәнең холҡо үҙгәрмәне. Сәбәбе бармы-юҡмы, балаларын “сүкеп” кенә торҙо.

Улы Ринатты мәңгелеккә юғалтҡан көндә лә өйҙә тауыш сығарҙы.

– Өйҙә үҙең генә тип уйлайһыңмы әллә? Бер кәстрүл былау бешерҙем. Нишләп туғандарыңа аҙ ҡалдырҙың? Атайың хәҙер эштән асығып ҡайта. Беҙҙең тамаҡ юҡ тиһеңме әллә?– тип ҡыҙып-ҡыҙып әрләне ул мәктәптән асығып ҡайтҡан улын.

Ринат әсәһенең тауышын тыңлап торғоһо килмәй, урамға сығып китте. Яҙғы ташҡын мәле ине. Ул ошо күренеште күҙәтергә йылға буйына юлланды. Шул саҡ боҙға ултырып ағып  барған көсөк күҙенә ташланды. Сыйнай-сыйнай ҡайҙандыр ярҙам эҙләгән эт малайға йәл булып китте һәм, оҙаҡ уйлап тормай, эре боҙ киҫәктәренә һикерә-һикерә баҫып ул көсөккә ярҙамға ташланды. Хайуанды ярға этеп сығарып өлгөрҙө, ә үҙе ҙур боҙ аҫтында ҡалды.

Йөрәк өҙгөс был ваҡиға Нәфисәнең холҡон үҙгәртте, күңеленә ҙур яра һалды. “Улымды юҡҡа әрләгәнмен” тип туҡтауһыҙ үҙен ашаны. 

Ҡыҙҙары менән күңелен баҫырға тырышһа ла, һәр бала үҙ урынында шул. Ринатын иҫенә төшөрмәгән көнө булманы.

– Нишләп кенә был донъяла иң ҡәҙерлеһе балалар икәнлеген  һуңлап аңланым икән, –  тип үҙен битәрләне.

Ләкин Нәфисәгә тигән һынау бының менән генә бөтмәгәйне. “Бер килһә, килә” тигән бит халыҡ та.

Ул йылды Ләйләһе менән Ләйсәне 7-се класты тамамлағайны. Еләк бигерәк ныҡ уңғайны шул мәлдә. Матур көндәрҙең береһендә ҡыҙҙар атайҙары менән иртүк тороп еләк йыйырға китте.

– Төшкә ҡайтып етербеҙ. Ҡарағайлы тауҙағы битләүҙә еләклектең иң шәп ерен ҡарап ҡайттым. Өс биҙрәне беҙ ике сәғәттә тултырабыҙ, – тигәйне ире, мотоциклға ултырып.

Китеүҙәренә бер сәғәт үттеме-юҡмы, әле генә ҡояш көлөп торған күк йөҙөн болот ҡапланы, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Йәйге ямғыр тиҙ үтер тиһәләр ҙә, оҙаҡҡа  һуҙылды. Нәфисәнең йөрәге урынынан ҡуҙғалды. Ямғыр бер аҙ баҫылыу менән, оҙон плащын кейеп Ҡарағайлы тауына йүнәлде.

Ауылды үтһә лә, юлына бер кем дә тап булманы. Яйлап ҡына тауға ҡарай үрләне. Яҡын булһа ла, бормалы ла,  текә лә юл был тарафҡа. Күпме кеше мотоциклда ла, машинала ла , атта ла тәгәрәп ҡазаланды. Быларҙы иҫенә төшөргәндә Нәфисәнең йөрәге сәнсте, тыны ҡыҫылды. Бына-бына ҡаршыһына ғәзиздәре килеп сығыр тип өмөтләнде.

Шул ваҡыт алыҫтараҡ  тәгәрәп ятҡан таныш биҙрә, эргәһенә һибелгән эре генә ҡып-ҡыҙыл еләктәр күҙенә салыныу менән йөрәге туҡталғандай булды. Хәле бөтөп өҫкә ҡарай йүгерҙе һәм аунап ятҡан таныш мотоциклды күрҙе, ләкин аяҡтары ҡатҡандай атламаҫ булды, һәм ул аңын юғалтты.

Былай ҙа саҡ торған йөрәге был юлы биреште. Ире менән ҡыҙҙарын ерләшергә лә дауахананан ҡайта алманы. Буш, йәнһеҙ өйгә ҡайтҡыһы килмәне, йәшәүенең йәме ҡалманы. 

Әммә кеше бөтә ауырлыҡтарға ла түҙә. Нәфисә дингә килгәс, күңеле урынына ултырғандай булды. Көн һайын ире, балалары өсөн доғалар уҡыны, ололарҙы йыйып, Ҡөрьән аштары уҙғарҙы.

Яйлап үҙе лә олоғайҙы. Үҙ мәлендә бәхетенең ҡәҙерен белмәүе генә үкенес булып ҡалды...

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: