Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда беренсе кинопроекттар питчингына ғаризалар ҡабул ителә

Беренсе Башҡорт питчингы кинематография өлкәһе менән шөғөлләнә башлаусыларға федераль кимәлдәге профессионалдарға үҙ проекттарын тәҡдим итергә, эксперт кәңәштәре алырға һәм белем биреү программалары эсендә үҙ идеяларын үҫтерә башларға мөмкинлек бирә. Төп сара быйыл 30 марттан 15 апрелгә тиклем уҙа.

Башҡортостанда беренсе кинопроекттар питчингына ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостанда беренсе кинопроекттар питчингына ғаризалар ҡабул ителә

15 ғинуарҙа Башҡортостан кино проекттары питчингында – потенциаль инвесторҙар алдында фильм, сериал йәки йәнһүрәт идеяһының презентацияһында – ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды. Беренсе Башҡорт питчингы кинематография өлкәһе менән шөғөлләнә башлаусыларға федераль кимәлдәге профессионалдарға үҙ проекттарын тәҡдим итергә, эксперт кәңәштәре алырға һәм белем биреү программалары эсендә үҙ идеяларын үҫтерә башларға мөмкинлек бирә. Төп сара быйыл 30 марттан 15 апрелгә тиклем уҙа.

- Бөгөн Башҡортостан иҡтисадта ижади секторҙы әүҙем үҫтерә. Хөкүмәт ҡарары менән республикала креатив индустрияларҙы үҫтереүҙең төбәк стандартын индереү буйынса саралар планы ҡабул ителде. Үҙен тап ошо өлкәлә үҫтерергә ынтылған кешеләр һаны өҙлөкһөҙ арта – улар 20 меңдән ашып китте, ә алда тағы ла күберәк булыр. Һәм Башҡортостан кино проекттары питчингы – индустрияға эләгергә, үҙҙәренең интеллектуаль эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен тормошҡа ашырып аҡса эшләй башларға теләүселәр өсөн башлау майҙансығы ул, – тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды 2023 йылда уҡ кинематография өлкәһендә конкурс уҙғара башланы. Уҙған ике йылда республикала коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 10 кинематография проекты еңеүсе булды. Улар дөйөм алғанда 100 миллион һумдан ашыу күләмдә грант ярҙамы алды. Башҡортостан кино проекттары питчингы ижади, инициативалы йәштәрҙе, кинола сағыу идеяларҙы тормошҡа ашырырға һәм, бәлки, башҡорт картиналарын федераль кимәлдә прокатҡа сығарырға һәләтле авторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы табыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Питчинг дүрт этапта уҙғарыла:

– ғаризалар 15 ғинуарҙан 16 февралгә тиклем ҡабул ителә;

– исемлекте һайлап алыу: 17 февралдән 1 мартҡа ҡәҙәр;

 – оҫталыҡ дәрестәре: 2 марттан 30 мартҡа хәтлем;

– питчинг: 30 март – 15 апрель.

Унда һәр теләүсе ҡатнаша ала. Бының өсөн ошо һылтанма: http://kinorb.ru/bashkirskij-pitching-kinoproektov/ буйынса инеп, ғариза тултырырға кәрәк. Ғариза биреүселәрҙән проекттың синопсисын һәм презентацияһын күрһәтеү талап ителә, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә сценарий, команда тураһында мәғлүмәт һәм хуплау хаттарын ҡушып һалырға мөмкин. Ғаризалар PDF форматында булырға тейеш, улар 16 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Башҡорт питчингы тураһындағы бар мәғлүмәтте ошода инеп ҡарарға була:  https://vk.com/bashpitch

Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25923/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: