Бөтә яңылыҡтар

Ришат Төхвәтуллинға нимә булған?

Йырсы һуңғы көндәрҙә үҙен насар тоя.

Ришат Төхвәтуллинға нимә булған?
Ришат Төхвәтуллинға нимә булған?

Ришат Төхвәтуллинға төбәк-ара клиник-диагностика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тура килгән. Сәбәбе – йырсының һуңғы көндәрҙә үҙен насар хис итеүе.

“Дуҫтар, мин бөгөн төбәк-ара клиник-диагностика үҙәгенә килдем әле. Йөрәкте тикшертергә, ЭКГ яһарға. Был арала төндә "паникалы һөжүм"дәр башланды, хәл торошо ла сәйерерәк. Шуға тикшеренергә булдым”, - тигән йырсы.

Шундай уҡ проблема менән осрашыуы хаҡында  күптән түгел йырсы Илмира Нәғимова ла хәбәр иткән ине. Шуны ла әйтергә кәрәк, паникалы һөжүмдәрҙән интегеүселәр бигерәк тә популяр кешеләр араһында айырыуса күп осрай. Бер туҡтамай юлда йөрөүҙәр, тығыҙ концерттар графигы, өйҙән, яҡындарыңдан ситтә булыу  – береһе лә эҙһеҙ үтмәй шул.

Ваҡытында үҙ һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: