Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!

Яҙыусыларҙың ижади ойошмаһы тарихи бинала – баш ҡалабыҙҙың Коммунистик урамындағы Поликарпов йортонда урынлашҡан. Был - төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, шуға ла реставрация башҡарғанда һаҡсыл эш итеүҙе күҙ уңында тота.

Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!
Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Яҙыусылар союзы йортонда булды. Унда капиталь ремонт тамамланыуға табан бара.

Яҙыусыларҙың ижади берлеге идараһы тарихи бинала – баш ҡалабыҙҙың Коммунистик урамындағы Поликарпов йортонда урынлашҡан. Был - төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, шуға ла реставрацияны башҡарғанда һаҡсыл эш итеүҙе күҙ уңында тота.

Республика етәксеһенең Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуы һөҙөмтәһе булып, үткән йылдың сентябрендә бында ремонт эштәре башланды. Бөгөнгә төҙөүселәр бинаның ҡыйығын яңыртҡан, нигеҙен нығытҡан, гидроизоляция эшләгән, түшәмде йүнәткән, бинаның тышын таҙартҡан һәм буяған, шулай уҡ уның тарихи күренешенә ярашлы архитектура-сәнғәт элементтарын тергеҙгән.

Эске биҙәкләү эштәрен февраль аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Бында иҙәнде һәм, Яҙыусылар союзының үтенесе буйынса, тарихи паркет япмаһының элементтарын яңыртҡандар, кондициялау һәм елләтеү системаһын булдырғандар, ә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары буйынса эшләгәндәр.

Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Яҙыусылар союзы йорто алдында йүкә скверы булдырырға ҡушты. Ул республиканың халыҡ шағиры, данлыҡлы “Өфө йүкәләре” йыры һүҙҙәренең авторы Назар Нәжмигә хөрмәт билдәһе булыр ине. Шағир тап ошо бинала эшләгән, кабинеты тәҙрәһе янында үҫкән ағастарға ҡарап, киң билдәлелек яулар йырҙың һүҙҙәрен ижад иткән. Йорт алдына Башҡортостан яҙыусыларының хеҙмәтенә арналған һәйкәл ҡуйыу тураһында уйлау бурысы ла ҡуйылды.

– Шағирҙар, яҙыусылар, һүҙ оҫталары – республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың йөрәге һәм йәне. Улар мәҙәниәтте һәм телде һаҡлау, йәштәргә рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреү өсөн күп эш башҡара, – тине республика етәксеһе бинаны ремонлау эштәре менән танышҡанда. – Бөтә эштәрҙе намыҫлы башҡарыу – беҙҙең бурыс. Ремонт эштәрен февралдә тамамларға планлаштырабыҙ. Эргәлә генә сквер эшләрбеҙ. Яҙыусылар союзының яңыртылған йортон йыл һайын үткәрелгән Китап байрамында асырбыҙ, – тине ул.

Мәғлүмәт, фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/189066.html

Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!
Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!
Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!
Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!
Яҙыусылар йортон Китап байрамында асыу көтөлә!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: