Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы, бихисап тарихи роман авторы Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулды.
Арҙаҡлы яҙыусыбыҙ бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы – ул 20-ләгән роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйә авторы. Милли әҙәбиәтебеҙҙә беренсе булып пенталогия ижад итте, ул “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Аҡман-тоҡман”, “Йәшенле йәй”, “Юрғашты”, “Руда” әҫәрҙәренән тора. Алтын эҙләүсе старателдәр тураһындағы был романдарҙы үҙ ваҡытында һәр әҙәбиәт һөйөүсе яратып уҡып сыҡҡандыр. Артабан ижад ителгән “Төньяҡ амурҙары” роман-дилогияһы ла күптәрҙең өҫтәл китабына әйләнде. “Һырдаръя”, “Салауат”, “Ҡара яу”, ”Башҡорттар китте һуғышҡа” һәм башҡа күп романдары халҡыбыҙҙың шанлы тарихын, ҡатмарлы яҙмышын сағылдыра.
Мәшһүр яҙыусыбыҙҙың иҫтәлеген яҡташтары – белореттар ҡәҙерләп һаҡлай. Сермән ауылының модель китапханаһына, Белорет ҡалаһының башҡорт гимназияһына уның исеме бирелгән, Я. Хамматов исемендәге әҙәби премия булдырылған.
Арҙаҡлы яҙыусыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыу рәсми рәүештә лә билдәләнәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта мөһим документ баҫылып сыҡҡас та яҙып сыҡҡайныҡ инде, һылтанма буйынса инеп, уҡырға мөмкин: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-10-11/yanybay-hammatovty-100-yylly-y-bild-l-n-s-k-3964705