Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, һөнәрен яратҡан, уның хаҡына үҙен дә, ваҡытын да йәлләмәгән кешеләр бар. Учалы районының Илсе ауыл мәҙәниәт йортонда ана шундай хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Мәҙәниәт йорто мөдире Рәмил Фәрүәз улы Ильясов был вазифаны 2003 йылдан бирле намыҫлы атҡара.
– Йылайыр ауыл хужалығы училищеһын тамамлап, колхозда эшләп йөрөй инем, ауыл советынан эшкә саҡырҙылар. Бында килгәс, мәҙәниәт йортоноң торошон күреп аптыраным. Музыка ҡорамалдары ла, микрофон да юҡ. Үҙемдең аҡсаға ҡырҡынды алып, утын әҙерләп һатып, шул аҡсаға тәүге музыка ҡоралдарын алдыҡ. 2004 йылда район хакимиәте башлығы Юлай Ғабдрахим улы Усмановҡа биш тапҡыр барып, ремонтҡа аҡса юлланым. Ул саҡта бер миллион һум бүленде. Бинаға капиталь ремонт эшләнеләр. 2011 йылда район хакимиәте башлығы Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев мәҙәниәт йортон тышҡы яҡтан капиталь ремонтлауға аҡса бүлде. Был аҡсаға тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар, баннер эшләнеләр. Бағыусылар ярҙамы менән 100 мең һумға сәхнә кейеме – тәҙрәләргә ҡорған алдыҡ, – тип һөйләне Рәмил Фәрүәз улы.
Ошо йылдарҙа мәҙәниәт йорто Ильясовтар өсөн икенсе өйгә әйләнгән, шуға ла уны һаҡлап, яҡшы торошта тотоу өсөн бар көстәрен һала улар. Йыл да үҙ көстәре менән ағымдағы ремонтты эшләйҙәр.
Әйткәндәй, ауыл мәҙәниәт усаҡтарында ла “Пушкин картаһы” программаһында ҡатнашып, аҡса эшләргә була. Илсе мәҙәниәт йорто был мөмкинлектән оҫта файҙалана.
– 2022 йылда “Пушкин картаһы” буйынса эшләйбеҙ. Унда 14 – 22 йәшкә тиклем йәштәгеләргә мәҙәни сараларҙы ҡарау өсөн биш мең һум аҡса бирелә. Беҙ, мәктәптә ата-әсәләргә аңлатыу эштәре үткәреп, “Пушкин картаһы” буйынса балаларҙы мәҙәни сараларға йәлеп итә башланыҡ. Концерттар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үткәрәбеҙ. Былтыр 250 мең һумдан ашыу аҡса эшләп, аппаратура алдыҡ, милли кейем тектерҙек.
Былтыр “Тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зәкәриә Рәвғәт улы Ғибәҙуллин бағыусы ярҙам күрһәтеп, 70 мең һум ярҙам бүлде. Был аҡсаға һигеҙ дана милли кейем тектерҙек, – тип өлгө булырлыҡ тәжрибәләрен уртаҡлашты Рәмил Ильясов.
Илсе мәҙәниәт йортонда 12 түңәрәк эшләй, шул иҫәптән балалар ҡурсаҡ театры, дүрт бейеү, “Серҙәштәр” фольклор, “Оҫта ҡулдар”, “Моңдаръя” йыр түңәрәктәре, балалар өсөн уйын бүлмәһе, бильярд, теннис, фитнес. Уларҙа бөтәһе 165 кеше шөғөлләнә.
Рәмил Фәрүәз улының тормош иптәше Илүзә Сәмиғулла ҡыҙы ла мәҙәниәт йортонда эшләй. Өргөн ауылы ҡыҙы, 1995 йылда Учалы музыка училищеһын тамамлап, Илсе мәктәбенә ритмика уҡытыусыһы булып эшкә килә һәм, ошонда мөхәббәтен осратып, тороп ҡала. Әлеге ваҡытта художество етәксеһе булып эшләй.
– Ауылда Ильясовтар ғаиләһенән тыш бер сара ла үтмәй. Беҙҙең Илсе мәҙәниәт йортонда район кимәлендәге саралар ҙа ойошторола. Йыл да бында Йөн фестивале үткәрелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән уңдыҡ, – тине Илсе ауылы хакимиәте башлығы Азат Вәлитов.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.