Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаеваның ире Вилдан Шәмсетдиновҡа (Вилли) өс ай эсендә 100-ҙән артыҡ штраф һалғандар.
Суд приставтары сайты мәғлүмәттәре буйынса, уның 116 мең бурысы бар, яртыһынан артығы – ЮХХДИ штрафтары ( «BMW X4» машинаһында тиҙлек арттырған өсөн). Июндән алып иҫәпләгәндә, бөтәһе 155 штраф, тип яҙа «Mash иптәш» телеграм-каналы.
Телеграм-каналды алып барусылар Виллиға шылтыратып комментарий һораған. Ул йыйылып киткән бурыстың барыһын да түләйәсәген әйткән. Тик юер аҙ һуңыраҡ: әлегә аҡсаһы юҡ, күптән түгел машинаһын ремонтҡа биргән, двигателен йүнәтеү өсөн генә 750 мең түләгән.
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"