Бөтә яңылыҡтар

Йырсылар ял ғына итмәй...

Улар йырҙар ижад итергә лә, стористар төшөрөргә лә ваҡыт таба.

Йырсылар ял ғына итмәй...
Йырсылар ял ғына итмәй...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, популяр йырсылар Гүзәл Уразова ире Илдар Хәкимов һәм балалары менән Таиландҡа ял итергә барған ине. "Ял итергә генә килдек" тиһәләр ҙә йырсылар диңгеҙҙә ҡойоноп, ҡояшҡа ҡыҙынып ҡына ятмай, ә ижад итергә лә өлгөрә.

"Ял итергә килгәс, тимәк, ял итергә кәрәк тип килгән инек. Бында ла эшләй башланыҡ. Стористар төшөрәбеҙ, фотосессия ойошторабыҙ",  - тип яҙған Гүзәл Уразова.

Шулай ҙа тамашасылар өсөн иң ҙур шатлыҡтары ла бар. "Һин дә берәү" исемле йырҙарын бөтә музыкаль майҙандарҙа тыңларға була.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

Йырсылар ял ғына итмәй...
Йырсылар ял ғына итмәй...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: