Ғалимдың портреты төшөрөлгән ҙур һүрәт Тарихи, хоҡуҡи һәм социаль-гуманитар белем биреү институты урынлашҡан дүртенсе уҡыу корпусы стенаһында урын алған. Муралды асыу тантанаһы 18 ғинуарҙа, университетҡа нигеҙ һалынған көндә, үтте, унда юғары уҡыу йортоноң ветерандары һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов сығыш яһаны.
– Аҡмулла университетының исеме илдең алдынғы педагогик вуздары араһында булһын өсөн артабан да хеҙмәт итербеҙ. Әле 2 мартты Остаз көнө тип билдәләү тураһында указ проекты ҡарала. Был бик дөрөҫ, сөнки һәр ҡайһыбыҙҙың остаздары бар. Улар тормош юлын, һөнәри үҫеште билдәләй. Миңә Рөстәм Ғүмәр улы менән аралашыу насип булманы, ләкин университеттың тарихын уҡығанда ла уның ни тиклем киң ҡарашлы, абруйлы шәхес булғанын, ни тиклем алға ҡарап фекер йөрөткәнен һәм университетты үҫтереү өсөн күпме көс һалғанын аңлайһың.
Рәсәйҙең иң изге байрамы – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан тарихсылар корпусында фронтовик, ғалим Рөстәм Кузеевҡа мурал асыуыбыҙ ҙур мәғәнәгә эйә. Йәш быуындың уның өлгөһөндә тәрбиәләнеүе бик мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат Тәлғәт улы.
Рөстәм Кузеевты хөрмәтләп иҫкә алыу билдәһе итеп сәскәләр кәрзине ҡуйылды.
Тантаналы саранан һуң ветерандар өсөн корпус буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар Институттың яңыртылған аудиторияларында булды, «Гуманитар кванториум»дың эше менән танышты. Илебеҙ һәм дөйөм тарих кафедраһы уҡытыусыһы Алексей Иванов Б.Н. Ельцин исемендәге Президент китапханаһының онлайн-залының нисек эшләүен күрһәтте.
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ гранты ярҙамында институт студенттары һәм уҡытыусылары менән ойошторолған «Киләсәк археологияһы» виртуаль музейы ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеген кейеп, улар студенттарҙың археологик практика барышында тапҡан артефакт моделдәрен күрҙе, Октябрь революцияһы урамында ҡаҙыу эштәрендә “ҡатнаша” алды.
Муралды поп-арт стилендә рәссам Максим Абакумов эшләгән.
Фото: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан.