Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2025, 18:00

Улар динозаврҙар осоронда йәшәгән

Өфөгә тәүгә килтерелә, күреп ҡалығыҙ, дуҫтар!  

Улар динозаврҙар осоронда йәшәгәнУлар динозаврҙар осоронда йәшәгән
Улар динозаврҙар осоронда йәшәгән

Бөжәктәр Ер йөҙөндә 50 миллион (!) йыл элек йәшәгән һәм аҫылташ эсендә мәңгелек йоҡоға талған

Иртәгә баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында бик үҙенсәлекле күргәҙмә асыла. Киң билдәле "Гәрәбәләге боронғо бөжәктәр" тигән экспозиция яңы өлгөләр менән байытылған, улар Өфөгә беренсе тапҡыр килтерелә.

Гәрәбәгә ҡуша ҡатҡан бөжәктәр – тәбиғәттең уникаль ҡомартҡыһы, үҙенә күрә ваҡыт машинаһы. Был һирәк осраған ғәжәйеп гүзәл аҫылташ өлгөләре Ерҙең боронғоларҙан-боронғо тарихына күҙ һалырға, шул саҡта мыжғып йөрөгән йән эйәләрен күрергә форсат бирә.
Ул саҡта планетабыҙҙа гигант ҡоштар, ғәләмәт ҙур динозаврҙар йәшәгән. Тиҫтәләрсә миллион йылдар элек Ер йөҙө әллә нисә боҙлоҡ дәүерен кисергән, континенттар урындарын алмашҡан...

Күргәҙмәләге һәр экспонат быяла пирамида эсенә ҡуйылған. Ул махсус яҡтыртҡыс һәм линзалар менән йыһызландырылған – был боронғо бөжәктәрҙе энәһенән-ебенә тиклем күҙҙән үткәрергә ярҙам итә.

Ер йөҙөндә 500 мең быуат элек йәшәп, алтын төҫтәр менән балҡыған гәрәбә эсендә мәңгелек йоҡоға талған бөжәктәрҙе күргегеҙ, Еребеҙҙең боронғонан да боронғораҡ осорона күҙ һалғығыҙ килһә, күргәҙмәне ситләтеп үтмәгеҙ, дуҫтар! Ул Ш. Хоҙайбирҙин музейында 21 ғинуарҙан алып 20 февралгә тиклем эшләй.

Мәғлүмәт: Ш. Хоҙайбирҙин музейынан. 

Фотолар: скриншот.

Улар динозаврҙар осоронда йәшәгән
Улар динозаврҙар осоронда йәшәгән
Улар динозаврҙар осоронда йәшәгән
Улар динозаврҙар осоронда йәшәгән
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас