Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Ғинуар 2025, 14:00

Айгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙылар

"Бындай иғтибар өсөн туғандаш халыҡҡа рәхмәтем ҙур", ти яҙыусы.

Айгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙыларАйгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙылар
Айгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙылар

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтовҡа Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында булғанда “Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы” (“Почетный писатель Казахстана”) исемен тапшырғандар, шулай уҡ хөрмәт йөҙөнән сапан да бүләк иткәндәр.

– Әлбиттә, бындай иғтибар өсөн туғандаш халыҡҡа рәхмәтем ҙур. Ҡаҙағстанда ижадым ярайһы уҡ билдәле, тип әйтә алам. Атап әйткәндә: “Ҡалдырма, әсәй!” китабы ҡаҙаҡса – 10, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” китабым ҡаҙаҡса дүрт тапҡыр нәшер ителде. Китаптарым ҡаҙаҡ илендә рус телендә донъя күрҙе. Шулай уҡ “Урам балалары”, “Алдаҡсы”, “Ҡошҡа әйләнермен мин” китаптарым ҡаҙаҡса баҫылды. Әле Ҡарағанда, Кокчетав, Тараз, Шымкент, Жетисай театрҙарында әҫәрем буйынса спектаклдәр бара. Үҙем дә бик күп ҡаҙаҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иттем. Ҡаҙаҡ телендә сыҡҡан китаптарымдың дөйөм тиражы 100 000-дән ашып китте, – тип ҡаҙаҡтар менән хеҙмәттәшлеге тураһында уртаҡлашты ул.

Айгиз Ғиззәт улын яңы уңыштары менән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Айгиз Баймөхмәтовтың шәхси архивынан.

Айгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙылар
Айгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙылар
Айгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙылар
Айгиз Баймөхмәтовҡа яңы исем тапшырҙылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас