Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Января 2025, 13:00

Ҡалай рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында йырлап тора!

Ҡаҫмарт буйы таланттарға бай. Ә был ҡышҡы көндә йыр һуҙған уҙаман кем һуң?

Ҡалай рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында йырлап тора!Ҡалай рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында йырлап тора!
Ҡалай рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында йырлап тора!

“Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә Ғайса Ишмөхәмәтов Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан Фаил Хәмзә улы Ҡолсуриндың йырлауын һалған.

“Ҡаҫмарт буйы - таланттарға бай төбәк: мәшһүр йырсы – Сөләймән Абдуллин, шағир – Ғилман Ишкинин, яҙыусы – Сабит Фазлыев...
Үҙешмәкәр йырсыларҙың башҡарған йырҙары мәғәнәле, моңло, ябай, ихлас, шуға ла күңелемә яҡын.

Йәшәүҙәре рәхәт туғандар булғанда,
Атай-әсәй өҙөлөп, балам, тиеп торғанда...” – тип яҙған ул.

Фаил Ҡолсуриндың йырлауын башҡалар ҙа яратып ҡабул иткән. “Талантлы ағай. Шул тиклем матур йыр! Ижади уңыштар!” – тип маҡтап яҙған Зифа Ғарифуллина.

Фаил Ҡолсуриндың йырлаған видеояҙмаһын ҡарағас: “Ҡалай рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында йырлап тора!”, – тип беҙ ҙә һоҡландыҡ.

Ә һеҙ үҙешмәкәр йырсылар башҡарыуында йырҙар тыңларға яратаһығыҙмы?

Фото: скриншот.

Видеояҙма сығанағы: vk.com/id678020109?from=search.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас