Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Февраль 2025, 04:00

Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы

Белорет районында атаҡлы ҡурайсыға арналған саралар үтте. 

Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланыУл - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы

31 ғинуарҙа Белорет районының Шығай ауылында атаҡлы ҡурайсы, республика ҡурай конкурстарының дүрт тапҡыр Гран-при яулаусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Григорий Аксаков исемендәге орден кавалеры Мөхәмәт Усман улы Түләбаев тыуған көнөнә – 80 йәшенә арналған саралар көнө буйына дауам итте.

Иртәндән  атаҡлы ҡурайсының күркәм юбилейына арналған “Ҡурай сере”  асыҡ ҡурайсылар конкурсын бик матур итеп уҙғарып ебәрҙеләр.  Шулай уҡ клубта Мөхәмәт Түләбаев исемендәге ҡурай класы астылар. Һуңынан абруйлы талант эйәһенең үҙен юбилейы менән тәбрикләргә сират етте.

Сара “Иҙел” ҡурай ансамбленең сығышы менән башланды. Көслө алҡыштар менән Мөхәмәт Усман улы Түләбаевты сәхнә түренә саҡырҙылар. 

Билдәле ҡурайсыны ҡотларға Өфөнән мәртәбәле  ҡунаҡтар, ҡала-район хакимиәтенән хөрмәтле етәкселәр, хеҙмәттәштәре, туғандары, класташтары һәм уҡыусылары килгәйне.

Юбилярҙы район хакимиәте исеменән Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Борисовна Овчинникова, ауылдаштары исеменән Шығай ауыл хакимиәте башлығы Миләүшә Рәжәп ҡыҙы Сәлмәнова тәбрикләне.

Өфө ҡунаҡтары - Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Илгиз улы Кирәев, В.И. Ленин музейы директоры Хәлил Ғәббәс улы Хәмзин “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мөҡтәсип ҡыҙы Мусина иң изге теләктәрен еткереп, бүләктәр тапшырҙылар. “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажетдинова ла сығышында юбилярҙың тормош юлы гәзиттән айырылғыһыҙ булыуы тураһында һөйләне.

Мөхәмәт Усман улы 46 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған. Ул бөгөн дә Шығай мәктәбенең көтөп алынған ҡунағы. Ветеран-уҡытыусыны тәбрикләү өсөн сәхнәгә хеҙмәттәштәре, Шығай мәктәбе уҡытыусылары  сыҡты. Улар “Ҡартаямы ни һуң йөрәк?” йырын бүләк итте.

Мөхәмәт ағайҙы балалары – улы Айнур, ҡыҙы Әлфиә һәм ейән-ейәнсәре ҡотланы. Һуныңан сәхнә түренә Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мөхәмәтдинов һәм Шығай урта мәктәбенең элекке директоры, Мөхәмәт ағайҙың коллегалары Нәҙерғәле Аҫылғужин, Сермән ауылы аҡһаҡалдары ҡоро рәйесе Хәкимйән Ғилметдин улы Хәйретдинов һәм Мөхәмәт ағайҙың дуҫы Ғәни Шәүәли улы Задин, ҡаланың Тыуған яҡты өйрәнеү музейының хеҙмәткәре Зилә Минһаж ҡыҙы Абзалова һәм “Гүзәл” туҡымалар салоны директоры Резеда Рифҡәт ҡыҙы Сайдарова күтәрелде, улар ҙа атаҡлы ҡурайсыға изге теләктәрен еткерҙе.

Мөхәмәт ағайҙы туғаны Гөлниса Ханнан ҡыҙы Үҙәнбаева һәм элекке уҡыусыһы Венера Ишмырҙа ҡыҙы Эниева тәбрикләне. Ғөмүмән, кисә бик матур, йылы, туғандарса мөхиттә үтте.

“Башҡортостан” гәзите коллективы ла ошо барлыҡ ҡотлауҙарға ҡушылып, Мөхәмәт Усман улына оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, ҡоростан һаулыҡ теләй! Милләтебеҙҙе ҡыуандырып, ҡурай моңдарығыҙ оҙаҡ тынмаһын!

Белешмә:

Түлебаев Мөхәмәт Усман улы 1945 йылдың 25 ғинуарында Белорет районының Шығай ауылында тыуа. 1965-1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Ғүмер буйы Шығай урта мәктәбендә балаларға биология һәм химия фәндәренән уҡыта. Шулай уҡ ҡурай һәм милли көрәш буйынса түңәрәктәр алып бара. Уның районда ҡурайҙы тартыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул тәрбиәләгән көрәшселәр район һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулай. 2007-2009 йылдарҙа Белорет ҡалаһының 17-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләгән.

ТАССР-ҙа уҙған БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (Ҡазан ҡ., 1989), “Вашшои” Бөтә донъя фольклор фестивалендә (Осака ҡ., Япония, 2000) ҡатнаша. СССР, БДБ һәм сит илдәр (Ватикан, Германия, Италия, Франция һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (1985), Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (1987; икеһе лә Мәскәү ҡалаһы) лауреаты, Мөхәмәт Усман улы ҡурайҙа уйнап, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурстарында гран-прин яулаған. Туймазы ҡалаһында үткәрелгән "Тылсымлы ҡурай" конкурсында тағы ла гран-приға лайыҡ булған.

М.У. Түләбаев Тамьян ырыуы ҡурайсыларының башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең 70 тән ашыу инструменталь варианты бар: “Байыҡ”, “Боронғо һалдат маршы”, “Буранбай”, “Заһиҙә”, “Зарифа”, “Ҡағы таш”, “Ҡалды”, “Ҡаһым түрә”, “Ләңке ташы”.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Ул - ҡурайҙы, ҡурай уны данланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас