Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Февраль 2025, 13:20

Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!

 “Сәфәр” өлгөлө хореография ансамбле Брест ҡалаһында үткән хореография сәнғәте буйынса халыҡ-ара конкурстан ҙур еңеү менән ҡайтты. Еңеү уларға ниндәй ҙә булһа фестивалдә бушлай ҡатнашыу хоҡуғы бирә.

Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!
Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!

Туймазы ҡалаһының “Сәфәр” өлгөлө хореография ансамбле Беларусь Республикаһының Брест ҡалаһында үткән хореография сәнғәте буйынса халыҡ-ара конкурстан Гран-при алып ҡайтты.

Ансамбль Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт һарайында ижад итә. Ул инде күптән туймазыларҙың ғына түгел, ә унан ситтә лә бейеү сәнғәтенә ғашиҡ йәндәрҙең яратҡан коллективына әүерелгән, республиканың данын яҡлап, төрлө мәртәбәле конкурстарҙа еңеүҙәр яулап тора. Ансамблдең ҡаҙаныштары тураһында ошо бер дәлил генә лә күпте һөйләй – уның “Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән маҡтаулы исеме бар.

Һәм бына тағы – ҙур еңеү! Халыҡ-ара конкурста Минск, Санкт-Петербург, Липецк, Дзержинск, Брест ҡалаларынан ҡатнашыусылар араһында “Сәфәр”ҙең өс бейеүе лә 1-се урынға сыҡҡан. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса коллектив Гран-приға лайыҡ, тип табылған. Еңеү уларға ниндәй ҙә булһа фестивалдә бушлай ҡатнашыу хоҡуғы бирә, шуға ла “Сәфәр”ҙәр йәй көнө Сочи ҡалаһына барырға планлаштыра.

Ошо көндәрҙә Туймазыға ижади командировкаға барырға насип итте. Яҡташтары "Сәфәр" менән ғорурлана, талантлы балалар менән уларҙың етәкселәрен тантаналы итеп ҡаршы алғандар. Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов:

– Беҙҙең “Сәфәр” ансамбленә быйыл март айында 20 йыл тула, уны матур итеп үткәрергә ниәтләйбеҙ. Ансамблгә 2017 йылдан алып Әлфиә менән Дамир Ибраһимовтар етәкселек итә. Улар коллективтың юғары кимәлен тота, янып ижад итә. Шуныһын әйтергә кәрәк: икеһе лә – профессиональ бейеүсе, “Мираҫ” ансамбле менән сит илдәрҙә йөрөгән кешеләр. “Сәфәр”ҙә улар үҙҙәрен уҡытыусы, етәксе булараҡ тапты. Дамир Хәлит улы балетмейстер, бейеүҙәр ҡуйыусы булараҡ та танылды.

20 йыл эсендә ансамблдән меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ сыҡты. Уларҙың күбеһе артабанғы тормошон да бейеү менән бәйләй: профессиональ белем алып, үҙ коллективтарын туплап, яратҡан сәнғәт төрө менән шөғөлләнә, бейеүсе булараҡ республикабыҙҙың абруйлы сәхнәләрендә ижад итә. “Сәфәр” – уларҙың ҡанатын нығытып, яҡшы башланғыс биргән көслө коллектив.

Бик абруйлы, етди конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеүҙәр менән ҡайта “Сәфәр”. Улар менән ғорурланабыҙ, матур ижадтары дауам итһен өсөн һәр яҡлап булышлыҡ ҡылырға әҙербеҙ, – тип ҙур ғорурлыҡ менән бәйән итте. 

Йәш бейеүселәргә һәм уларҙың талантлы етәкселәре Әлфиә менән Дамир Ибраһимовтарға афарин! Артабан да республикабыҙҙың, тотош илебеҙҙең данын яҡлап, милли бейеүебеҙгә лә хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу уятып, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә яҙһын. 

Фотолар – ансамбль архивынан. 

Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!
Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!
Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!
Беларустан Гран-при алып ҡайттылар!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас