Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала

Республикабыҙҙа “Билдәле рус рәссамдары картиналары репродукцияһының күсмә күргәҙмәһе” прокты старт алды.

Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала

3 февралдә Өфөлә билдәле рәссамдарҙың Третьяков галереяһында һаҡланған картиналары репродукцияһының күсмә күргәҙмәһе эшләй башланы. Мәҙәни-мәғариф проекты – “Шатлыҡ бүләк ит” социаль ярҙам үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың идеяһы. Ул тормошта ауыр хәлдә ҡалған, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһының сәнәғәт предприятиеһына эш сәфәренә барғанда, шунда эшләгән Карина Ҡадирова уға ошо проектты тормошҡа ашырыу теләген еткерә. 10 йыл буйына ирекмән булған Каринаның үтенесе яуапһыҙ ҡалмай, уға ярҙам күрһәтелә. Күргәҙмә ойоштороуҙа битараф булмаған халыҡ та ҡатнаша.

“Шатлыҡ бүләк ит” үҙәгенә нигеҙ һалыусы Карина Ҡадирова күргәҙмәне асыу тантанаһында шулай тине: “Беҙ сәнғәттең шәхес формалашыуына йоғонто яһай алғанына, изге эштәргә илһамландыра һәм шатлыҡ бүләк итә алғанына бик ышанабыҙ. Проект барышында беҙ һүрәт төшөрөү, ҡағыҙ һәм ҡом менән эшләү буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Республикабыҙҙың күренекле рәссамдары менән аралашыу аша беҙ уларҙы сәнғәт донъяһы менән таныштырырға теләйбеҙ”. Ул теләүселәрҙең барыһын да балалар өсөн канцелярия тауарҙары, бумала һәм буяуҙар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтергә, шулай уҡ ирекмән булырға саҡырҙы. “Балалар – беҙҙең киләсәк, әгәр ҙә беҙ уларҙы бәләкәйҙән матурлыҡ менән уратып алһаҡ, ижади, изге күңелле һәм вайымһыҙ булмаған тотош бер быуын үҫеп сығыр”, - тип ышана ул.

Күргәҙмә Өфө ҡалаһының “Бергә” (“Вместе”)  ғаилә үҙәгендә асылды. Ошонан башлап ул йыл буйы республикалағы балалар учреждениелары буйлап  сәйәхәт итәсәк.

2025 йылда күргәҙмәне Башҡортостан Республикаһының ғаилә тәрбиәһенә һәм социаль приюттарына булышлыҡ итеү үҙәктәре буйлап йөрөтөү ҡаралған. Был балаларға сәнғәт донъяһына ҡағылыу һәм уларҙы ижадҡа дәртләндереү мөмкинлеге бирре шикһеҙ.

Күргәҙмә республиканың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарында ҡуйыласаҡ. Ойоштороусылар бөтә теләүселәрҙе лә проектҡа ҡушылырға һәм балаларҙың ижади ҡеүәтен үҫтереүҙә ярҙам күрһәтергә саҡыра.

Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: