Бөтә яңылыҡтар

Илһөйә Бәҙретдинованы тамашасыһы шаҡ ҡатырған

“Әйтәм бит, иң шәп тамашасы миндә, тип. Яратам шундай ихлас кешеләрҙе!” – тип яҙған ул үҙ сәхифәһендә.

Илһөйә Бәҙретдинованы тамашасыһы шаҡ ҡатырған
Илһөйә Бәҙретдинованы тамашасыһы шаҡ ҡатырған

Өфөлә Илһөйә Бәҙретдинованың концерттары ҙур аншлаг менән бара. Йырсы тамашасылары менән ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урынлаштырып бара.

“Әйтәм бит, иң шәп тамашасы миндә, тип. Яратам шундай ихлас кешеләрҙе!” – тип яҙған ул үҙ сәхифәһендә.

Сәхнәгә сәскә гөлләмәһе тотоп бер ханым менгән. Ул концертҡа беренсе тапҡыр килеүе һәм хис-кисерештәре менән ихлас бүлешә.

“Мин үҙемде тота алмайым. Әллә нишләйем, бейейем, иҫәрләнәм. Минең әхирәтем: “Рәсилә, һин унда бар, Илһөйәнән шундай иҫәрләнәһең, концерт бөткәнсә”,  - тине. Ҡәйнеш ултыра бында. “Еңгә, ултыр инде", - ти. Мин ултыра алмайым. Йырлайым, арттағы тамашасылар: “Ултырығыҙ инде”,  - ти. Ә мин ултыра алмайым. Энергетика иҫ киткес, шаҡ ҡатҡыс”,  -ти ул.

Артабан тамашасы Әнғәм Атнабаевтың “Таңдарҙа гармун уйнаның” (Назар Нәжмигә) шиғырын һөйләй башлай. Ҡалған тамашасылар уны алҡыштарға күмә, ә Илһөйә Бәҙретдинова, тын да алмай, шаҡ ҡатып тыңлап тора.

Бына шундай ихлас тамашасылар йырсыны ысынлап та хайран иткән дә.

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: