Ирек олатаһын район үҙәгенә дауаханаға алып китеп бара. Нисек ныҡ баҫып йөрөй ине бит! Ғүмер буйы ауырымаған, дауаханаға барып та ҡарамаған ҡарт 70-те уҙғас биреште. Хәҙер өй тирәһендә лә таяҡҡа таянып ҡына йөрөй.
Ныҡ һыҙланғас, бөгөн эшенән һорап булһа ла дауаханаға алып китте. Олатаһы Иректең ике туғаны Раяндың ғаиләһе менән йәшәй. Йортон да, бөтә булған байлығын да уға яҙҙырған.
Ғүмер буйы Раян тип үлә яҙып торҙо. Әйтерһең дә, башҡа ейән-ейәнсәрҙәре юҡ, ләкин уныһы эшкинмәгән, яуапһыҙ булып үҫте, әлеге көндә ауылда эшһеҙ ята. Сәбәбе – эскелеккә әүәҫлеге. Был ғәҙәте билдәле булғас, хәҙер бөтөнләй эш таба алмай. Бер ауыҙына ҡапһа, донъяһын онота, ҡатыны менән дә шуның арҡаһында һүҙгә килешә, өйҙә лә тыныслыҡ юҡ.
Ҡыҙының улы булғанғамы икән, Раянды бәләкәйҙән үк ныҡ яҡын күрҙе олатаһы. Күңелен әрнеткән бер ваҡиға әле лә күҙ алдында Иректең.
Раян менән Ирек – ике туғандар ғына түгел, класташтар ҙа. Өсөнсө класта уҡыйҙар ине. Май айында Раян мәктәпкә бөтә малайҙарҙың хыялы булған бик текә велосипедта килде.
– Олатайым тыуған көнөмә бүләк итте. Иң ҡиммәтлеһен, иң ҡеүәтлеһен алып бирҙе, – тине ул, маҡтанып.
Шәп велосипедты класташтары уратып алды. Береһе рулен тотоп ҡарай, икенсеһе ултырырға рөхсәт һорай. Иректең дә күҙе ныҡ ҡыҙҙы велосипедҡа. Уның да яңы ғына тыуған көнө булғайны бит, олатаһы хатта иҫенә лә төшөрмәне.
– Раян, мәктәп ихатаһы буйлап берҙе генә велосипедыңда әйләнеп киләйем әле, – тине Ирек.
– Юҡ инде, йә берәй ергә бәрелерһең. Үҙегеҙ алығыҙ велосипед, – тине малай эре генә.
Раянға ғына түгел, олатаһына ла шул тиклем ҙур үпкәһе ҡалғайны шунда. Бәлки, миңә лә велосипед алып бирер әле, тип оҙаҡ көтөп йөрөнө, ләкин бер йылдан да, ике йылдан да, һуңынан да өмөтө аҡланманы. Ул ваҡытта атаһы йорт һалыу мәшәҡәттәре менән булғас, үҙҙәренең аҡсаға ҡытлыҡ мәле ине.
Ә Раян һәр тыуған көнө һайын шәп бүләктәре менән маҡтанды. Бер йылда – магнитофонлы, һуңғараҡ компьютерлы ла булды.
– Бер ҡасан да кемдәндер өмөт итмә. Тормошта үҙеңә ышанырға кәрәк. Эштән ҡурҡмаһаң, маҡсат ҡуя белһәң, бөтә нимәгә лә өлгәшеп була, – ата-әсәһенең был һүҙҙәре Иректең тормош девизына әүерелде.
Бөгөн уның барыһы ла бар: дипломы ла, эше лә, йорто ла, текә машинаһы ла, ғаиләһе лә. Теләгән әйберен һатып ала, теләгән ергә ял итергә сығып китә.
Ҡасандыр тыуған көнөнә шоколад бүләк итергә лә аҡсаһын йәлләгән олатаһына ла хәҙер үпкәһе юҡ, сөнки тап шул арҡала ул үҙенә ышанып, сәмләнеп йәшәргә өйрәнеп үҫте.
Хәтирәләргә бирелеп, район үҙәгенә килеп еткәнен дә һиҙмәне. Табипҡа күрһәткәс, олатаһын дауаханаға һалырға булдылар.
-Оло кеше бит, түләүле палатаға урынлаштырығыҙ инде, тынысыраҡ булһын, – тип ейәне уны уңайлы урынға һалдырҙы. Ҡиммәтле дарыуҙарын да, ашарына аҙыҡ-түлеген дә килтерҙе.
-Олатай, иртәгә эштән һуң хәлеңде белергә килермен. Дауахананан сыҡҡас, үҙемә ҡайтырһың. Һиңә хәҙер тыныслыҡ һәм матур тәрбиә кәрәк, – тип уның арҡаһынан яратып ҡайтып китте.
Оҙатырға сыҡҡан олатаһының күҙендә йәш күренде. Ейәненә ҡарата рәхмәт тә, заманында Иреккә күрһәтмәгән иғтибары өсөн үкенеү йәштәре лә ине ул...
Автор фотоһы.