Бөтә яңылыҡтар

Салауатыбыҙ яңырып баҫыр!

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәленә килгәндә, шуны әйтер инем – уның исеме халыҡ хәтерендә яугир, шағир һәм герой булараҡ, йырҙарҙа, хикәйәләрҙә, китаптарҙа һәм фильмдарҙа һаҡланған. Был образ халыҡтың һәм башҡорттарҙың аңына шул тиклем тәрән үтеп ингән. Уның тураһында миллионлаған кеше белә, беҙҙең республика уның исеме менән таныла. Йөҙҙәрсә, меңдәрсә, ҡалабыҙға килгән һәр кеше ҡунаҡ Салауат Юлаев һәйкәленә ашыға. Меңәрләгән кеше, көн һайын тиерлек хоккей матчтарына йөрөп, милли геройҙың исемен ҡысҡыра...

Салауатыбыҙ яңырып баҫыр!
Салауатыбыҙ яңырып баҫыр!

Музейҙар илебеҙ тарихын һаҡлауҙа мөһим роль уйнай. Улар мәҙәни мираҫтың төп һаҡлағыстарының береһе булып тора һәм йәнтөйәктең тарихи хәтерен кәүҙәләндерә. Музейҙарҙың ябай кешеләр тормошондағы роле, уларҙың тарихты һаҡлауҙа әһәмиәте тураһында Владимир Ильич Лениндың йорт-музейы директоры Хәлил Ғәббәс улы ХӘМЗИН менән һөйләштек.

– Хәлил Ғәббәс улы, бөгөн йәмғиәтебеҙҙең үҫешендә музейҙар ниндәй урын тота?

– Тап уларға, музейҙарға, үҙенсәлекле мәҙәни ҡиммәттәрҙе, айырым тарихи, художестволы, эстетик һәм фәнни ҡиммәткә эйә булған матди һәм матди булмаған мираҫ объекттарын һаҡлаусыларға, киләсәк быуындар өсөн тыуған яҡтың, илдең тарихын һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Минеңсә, тыуған яҡ тарихын һәм Ватан тарихын өйрәнеү менән бер рәттән мәктәп музейҙары, дәүләт музейҙары булһынмы, был – тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың, кешеләрҙе тарихты өйрәнеүгә йәлеп итеүҙең төп ҡоралдарының береһе.

– Бынан 101 йыл элек, 1924 йылдың 21 ғинуарында рус революционеры, марксизмдың төп идеологы, большевиктар партияһына нигеҙ һалған, беренсе социалистик дәүләтте булдырған сәйәсмән Владимир Ильич Ленин вафат була. Һеҙ, В.И. Лениндың йорт-музейы директоры булараҡ, был теманан ситтә ҡала алмайһығыҙ, әлбиттә. Бөгөн был шәхес өлкән быуын өсөн генә әһәмиәтен юғалтмаған, тип әйтергә мөмкин, сөнки йәштәр уны белмәй тиерлек. Һеҙ бындай фекер менән килешәһегеҙме?

– Был фекер менән өлөшләтә генә ризалашам, сөнки Владимир Лениндың шәхесе менән ҡыҙыҡһыныусылар хатта мәктәп уҡыусылары араһында ла бар. Шул уҡ ваҡытта улар бик аңлы рәүештә ҡыҙыҡһына һәм Владимир Ильичтың эшмәкәрлеге тураһында күп белә. Бәлки, был минең шул уҡ исемле музейҙа булыуым менән бәйлелер – унда башлыса пролетариат юлбашсыһының шәхесе менән ҡыҙыҡһынған кешеләр килә. Улар аҙ, әммә бар. Шуны әйтергә кәрәк, беҙҙең йорт-музейҙа Ҡытай, Корея кеүек илдәрҙән килгән студенттар, туристар ҙа була.  

Эйе, элек бөтә алдынғы фекерле кешелектең донъя пролетариаты юлбашсыһының тыуған көнөн билдәләгәнен ишетеп үҫтек. Күп кенә уҡыусылар бөгөнгө “прогресс” төшөнсәһен идеология менән түгел, ә гаджеттарҙың яңы быуыны менән бәйләй. Әммә барыбер Лениндың идеялары шул тиклем көслө йоғонтоло булып сыҡты, уның шәхесе тураһында бәхәстәр бөгөнгә тиклем туҡтамай.

Хәлил Ғәббәс улы, һеҙҙе күптән түгел генә Йорт-музей директоры итеп тәғәйенләнеләр. Быға тиклем үҙегеҙҙе төрлө концерт сараларын, конкурстарҙы, фестивалдәрҙе ойоштороусыларҙың береһе булараҡ белә инек. Ҡапыл музей эшенә күстегеҙ. Һеҙҙең өсөн дә ижади эшмәкәрлегегеҙҙә бындай ғәҙәти булмаған ваҡиға көтөлмәгән хәл булғандыр?

– Килешәм, В.И. Лениндың йорт-музейына етәкселек итеү тәҡдиме минең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды. Бер ҡасан да тормошом музей эшмәкәрлегенә бәйле булыр, тип уйламағайным. Әммә был эшкә көндән-көн нығыраҡ сумған һайын, ул ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Күңелемә яҡын тәҡдимдәр ҙә булды, мәҫәлән, музыка мәктәптәре, әммә бер айға яҡын уйланып йөрөгәндән һуң, музейға эшкә барырға ризалаштым. Юҡ, өгөтләмәнеләр, ә ниндәйҙер кимәлдә минең өсөн ҡыҙыҡлы һәм мөмкин булған аныҡ бурыстар ҡуйҙылар.

Ә ниндәй бурыстар ҡуйылды? Сер булмаһа, уртаҡлашығыҙ, зинһар.

Сер түгел, әлбиттә. Беренсенән, йорт-музейҙы ремонтлау һәм, икенсенән, гениаль кеше исеменә бәйле, әммә коммунистик заман идеологияһы, ҡасандыр бөйөк, Совет иленең тарихы менән барлыҡҡа килгән музейҙың эшен үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу маҡсаты билдәләнде. Музей эшендә был үҙенсәлекле йүнәлеш, әммә, минеңсә, уның мөмкинлектәрен күпкә ҡыҫҡарта. Шуға күрә уның эш йүнәлештәрен бер аҙ киңәйтеү теләге бар. Әммә был музейҙың төп бурысы – килеүселәрҙе Владимир Ильич Ленин һәм Надежда Константиновна Крупская беҙҙең ҡалала булған осор менән таныштырыу яңынан ҡараласаҡ, тигәнде аңлатмай. Юҡһа, беҙ музейҙың төп йүнәлешенән ситләшәсәкбеҙ.

–  В.И. Лениндың йорт-музейы – илебеҙҙең тарихи шәхестәре тураһында һөйләгән тарихи объект. Ғөмүмән, теге йәки был ваҡиғаға, бер үк шәхескә ҡараштарыбыҙ төрлөсә. Һеҙҙеңсә, ил тарихы беҙҙең быуындар өсөн һаҡланырға, әллә улар сәйәси хәлдең үҙгәреүе арҡаһында яңынан ҡаралырға тейешме?

– Ҡатмарлы һорау... Тарих, шәхестәр тураһындағы хәтер кеүек үк, һаҡланырға тейеш. Әгәр был шәхестәрҙең идеологияһы әлеге этапта булған күренештәр менән тап килмәһә, уларҙы пропагандаламаҫҡа ла мөмкиндер, шулай кәрәктер – был хәҙерге этапта мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡамасауламаһын өсөн. Әммә объекттар һәм шәхестәр тураһында хәтер, моғайын, беҙҙең киләсәк быуындар өсөн һаҡланырға тейеш, сөнки был – ил тарихы.

– Салауат Юлаев һәйкәле тирәһендә бәхәстәр ҙә ҡуйырып алды. Һеҙҙең фекерегеҙ?

–Беләһегеҙме, һөйләшеүҙәр, төрлө имеш-мимеш юҡ ҡына урындан сыҡмай бит.Һәр ваҡыт улар артында ҡаршы фекерлеләр йәки, йомшаҡ ҡына әйткәндә, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан кешеләр тора. Был кемгәлер кәрәк.

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәленә килгәндә, шуны әйтер инем – уның исеме халыҡ хәтерендә яугир, шағир һәм герой булараҡ, йырҙарҙа, хикәйәләрҙә, китаптарҙа һәм фильмдарҙа һаҡланған. Был образ халыҡтың һәм башҡорттарҙың аңына шул тиклем тәрән үтеп ингән. Уның тураһында миллионлаған кеше белә, беҙҙең республика уның исеме менән таныла. Йөҙҙәрсә, меңдәрсә, ҡалабыҙға килгән һәр кеше ҡунаҡ Салауат Юлаев һәйкәленә ашыға. Меңәрләгән кеше, көн һайын тиерлек хоккей матчтарына йөрөп, милли геройҙың исемен ҡысҡыра. Шуға күрә лә һәйкәлде һүтеү, уның тарихи урынына кире ҡайтмаясағы тураһында төрлө фараздар нигеҙһеҙ уйҙырма булып тора. Был исемде халыҡ хәтеренән юйырға тырышыу өсөн ниндәй тәүәккәллек кәрәклеген күҙ алдына килтерегеҙ – был аҙымға бер кем дә бармаясаҡ.

Мин ышанам: республика етәкселеге һәйкәлде һаҡлап ҡалыу, уны кире тергеҙеү өсөн барыһын да эшләйәсәк, Салауатыбыҙ яңырып баҫыр, быуаттар дауамында халҡыбыҙҙы яҡшылыҡҡа, алға әйҙәп торор. Махсус хәрби операция осоронда ошондай ҙур яуаплы, матди сығымдар талап иткән эшкә тотоноуҙары – үҙе үк ҡыйыу аҙым.

Үҙебеҙ күреп торабыҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров милли геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп эш башҡара – был хаҡта ла онотмайыҡ. Киреһенсә, был ыңғай эштәрҙе күреп, уға ярҙам итәйек. Беҙ бергә булғанда ғына көслө буласаҡбыҙ.

Шулай уҡ Ленин мавзолейына ҡағылышлы мәсьәләне ҡуйыртырға теләүселәр бар. Мәҫәлән, былтыр 19 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сираттағы йыллыҡ матбуғат конференцияһы менән берлектә үткәрелгән тура бәйләнеш барышында башҡа һорауҙар, үтенестәр һәм тәҡдимдәр араһында Владимир Ленин темаһына ҡағылышлы һорау булды. Имеш, уның кәүҙәһен Мәскәү мавзолейынан алып сығалар. Был провокацион һорауға Владимир Путин, үҙенең күп йыллыҡ етәкселек тәжрибәһенән сығып, революция юлбашсыһының эшмәкәрлеген яңынан баһалап, бик аҡыллы, урынлы яуап бирҙе. “Ҡасандыр, моғайын, йәмғиәт быға яраҡлашыр, әммә бөгөн, бигерәк тә бөгөн, Рәсәйҙә йәмғиәтебеҙҙе тарҡатырлыҡ бер генә аҙым да яһарға тейеш түгелбеҙ”, — тине ул.

Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Шуға күрә лә тарихыбыҙҙы һаҡлап, унан һабаҡ алып, киләсәгебеҙҙе төҙөйәсәкбеҙ.

– Хәлил Ғәббәс улы, йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт. Яңы урында алдығыҙға ҡуйған барлыҡ маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

БЕЛЕШМӘ

Хәлил Ғәббәс улы ХӘМЗИН 1968 йылдың 13 мартында Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған. 1985 йылда музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатын тамамлай. Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, уҡыуын тамамлап, 1992 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына эшкә саҡырыу ала. 2003 йылда оркестрҙың профсоюз комитеты рәйесе була. 2001 – 2008 йылдарҙа контракт буйынса Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында хеҙмәт итә. 2010 – 2024 йылдарҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары, бүлек мөдире булып эшләй, ә 2024 йыл аҙағында В.И. Ленин музейы директоры итеп тәғәйенләнә.

Һәләтле балаларға, спортсыларға һәм ижадҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән күп социаль проекттарҙа ҡатнаша.

Тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фларида Иркина менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Асҡар һәм Эрнст Хәмзиндәр әлеге ваҡытта Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә тренер булып эшләй. Йәш үҫмерҙәр араһында фехтование буйынса Европаның вице-чемпионы Эрнст Хәлил улы Ырымбур өлкәһе йыйылма командаһының өлкән тренеры, Ырымбур өлкәһенең Фехтование федерацияһы президенты булып тора. Асҡар Хәлил улы Сочи ҡалаһында Рәсәй Президенты В.В. Путиндың башланғысы менән ойошторолған “Сириус” Рәсәйҙә һәләтле балаларға ярҙам итеү белем биреү үҙәгендә тренер булып эшләй.

Хәлил Хәмзин “Кавказдағы хеҙмәте өсөн” миҙалы, “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Фото: Хәлил Хәмзиндың шәхси архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: